АҠШ-тың демократтары Дональд Трамп менән Владимир Путиндың ни хаҡында һөйләшкәнен халыҡ белергә тейеш, тип иҫәпләй. Был хаҡта түбәнге палатаның разведка буйынса комитеты рәйесе Адам Шифф хәбәр итә. Ул һыҙыҡ өҫтөнә алып үтеүенсә, демократтар илдең хәүефһеҙлеге өсөн борсола.
Әммә, Дәүләт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, Путин менән Трамптың әңгәмәһе халыҡҡа сығарылмаясаҡ. Сөнки уларҙың башҡа илдәр тураһында ла һөйләшеү алып барыуы мөмкин.