Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Сентябрь 2019, 10:03

Карин Кнайслға Путин менән төшкән фотоһын бүләк иткәндәр

Ошо көндәрҙә Австрияның элекке сит ил эштәре министрлығының башлығы Карин Кнайсль бүләккә фото алған. Унда ҡатын Рәсәй Президенты Владимир Путин менән бергә төшкән. #ввпутин

Ошо көндәрҙә Австрияның элекке сит ил эштәре министрлығының башлығы Карин Кнайсль бүләккә фото алған. Унда ҡатын Рәсәй Президенты Владимир Путин менән бергә төшкән.
Карин Кнайсль Австрия-Рәсәй дуҫлыҡ йәмғиәте ойошторған сарала доклад менән сығыш яһаған. Уның сығышынан һуң йәмғиәттең генераль секретары Флориан Шерман йылмайып: "Был--бейеүсе парҙың фотоһы. Бейеүҙән алда булдымы был, әллә аҙаҡмы?"--тигән һорау менән ҡатындың ҡулына фото тотторған. Кнайсль башта оялып киткән дә: "Бейерҙән алда,"--тип яуап биргән.
Былтыр ил башлығы Владимир Путин Кнайслдың туйына барып ҡайтҡан икән. Унда бер генә сәғәт булыуына ҡарамаҫтан, ул никахҡа инеү тантанаһында булып, немец телендә тост әйтеп һәм сит ил эштәр министрылығының башлығы менән бейеп тә өлгөргән икән.
#ввпутин