Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Сентябрь 2019, 09:47

Путин буш ваҡытында нимә менән шөғөлләнә?

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың пресс-секретары Дмитрий Песков журналистарға ил башлығының буш ваҡытын нисек үткәреүе тураһында һөйләгән.Песков әйтеүенсә, Президент ял көндәрен тулыһынса үҙенә генә бағышлай алмай. Сөнки документ эштәре бер ҡасан да туҡтамай. Күп кенә документтар ил башлығының ҡултамғаһынан тыш үҙ көсөнә инмәй.Ҡайһы бер документтарҙы раҫларҙан алда Путинға йыш ҡына власть органдары етәкселәре менән кәңәшләшергә тура килә.Песков билдәләп үтеүенсә, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Владимир Путин яҡындары менән осрашырға форсат таба. Шулай уҡ, мөмкинлек килеп сыҡҡас та, спорт менән шөғөлләнә.#ввпутин

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың пресс-секретары Дмитрий Песков журналистарға ил башлығының буш ваҡытын нисек үткәреүе тураһында һөйләгән.
Песков әйтеүенсә, Президент ял көндәрен тулыһынса үҙенә генә бағышлай алмай. Сөнки документ эштәре бер ҡасан да туҡтамай. Күп кенә документтар ил башлығының ҡултамғаһынан тыш үҙ көсөнә инмәй.
Ҡайһы бер документтарҙы раҫларҙан алда Путинға йыш ҡына власть органдары етәкселәре менән кәңәшләшергә тура килә.
Песков билдәләп үтеүенсә, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Владимир Путин яҡындары менән осрашырға форсат таба. Шулай уҡ, мөмкинлек килеп сыҡҡас та, спорт менән шөғөлләнә.
#ввпутин