Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Сентябрь 2019, 15:55

Республика етәксеһенең ҡыҫҡаса 5 йыллыҡ эш планы

Республика башлығы Р. Ф. Хәбировтың инагурацияһы үтте. Республика етәксеһенең ҡыҫҡаса 5 йыллыҡ эш планы: - Райондарҙа яңы 20 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк, ауыл медицинаһы тергеҙеләсәк; - 50 балалар баҡсаһы, 60 яңы мәктәп барлыҡҡа килеп, шуларҙың 12 - дә өс телдә төплө белем биреләсәк;- 16 районда бассейн барлыҡҡа киләсәк...

Республика башлығы Р. Ф. Хәбировтың инагурацияһы үтте.
Республика етәксеһенең ҡыҫҡаса 5 йыллыҡ эш планы:
- Райондарҙа яңы 20 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк, ауыл медицинаһы тергеҙеләсәк;
- 50 балалар баҡсаһы, 60 яңы мәктәп барлыҡҡа килеп, шуларҙың 12 - дә өс телдә төплө белем биреләсәк;
- 16 районда бассейн барлыҡҡа киләсәк;
- Н. Мәжитов исемендә асыҡ һауала археологик музей, "Торатау " геопаркы буласаҡ;
- Эш хаҡыбыҙ 1,5 тапҡырға артасаҡ;
- Һәр ауылда газ буласаҡ;
- Өфөлә 2 яңы күпер төҙөләсәк;
- 40 яңы мәҙәниәт йорто буласаҡ;
- 8 илдә Башҡортостан вәкиллеге асыласаҡ;
- 4 млн тонна иген йыйыласаҡ;
- Башҡортостан Рәсәйҙең 5 регион лидеры исеменә инәсәк (иҡтисадҡа аҡса йәлеп итеү буйынса ).
Р.Хәбиров үҙенә талаптарҙы көсәйтәсәк, тырышлыҡты хуплаясак.
Командаһында эшләгәндәрҙең ялҡаулығын, хөкүмәт аҡсаһына ҡул һуҙыуҙы, инициативаһыҙлыҡ сифаттарын үҙ итмәйәсәк.