Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Сентябрь 2019, 10:26

Путин Хәйбулла инәйҙәрен ҡотланы

Хәйбулла районынан ике инәй 90 йәшен туйланы. Ошо тантананы йәмләп, уларға Рәсәй Президенты Владимир Путиндан ҡотлау открыткалары тапшырылды.#ввпутин

Хәйбулла районынан ике инәй 90 йәшен туйланы. Ошо тантананы йәмләп, уларға Рәсәй Президенты Владимир Путиндан ҡотлау открыткалары тапшырылды.
Ғүмерен “Таналыҡ” совхозында эшләүгә арнаған Мөслимә инәй Боҫҡонова Баҡал ауылында йәшәй. Ул күптән түгел 90 йәшен туйланы.
Садовый ауылында ғүмер итеүсе Рәйсә инәй Яратҡолова ла үҙенең 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләп үтте.
Юбилярҙарға район ветерандар советы рәйесе һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары ил башлығы Владимир Путиндан һәм муниципаль район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимовтан ҡотлау открыткалары һәм бүләктәр тапшырҙы.
#ввпутин