Рәсәй Президенты Владимир Путин өс яҡлы Рәсәй-Төркиә-Иран саммитынан һуң хәбәр итеүенсә, Сүриәләге хәлдәрҙе яйға һалғандан һуң, уның территориаль бөтөнлөгө кире тергеҙеләсәк. Ил башлығы шулай уҡ Сүриәнән бөтә сит ил ғәскәрҙәрен сығарыуға ла өмөт итә.