Рәсәйҙә самолеттарҙың эконом-класс бортында осоу өсөн билет хаҡтары ағымдағы йылдың һигеҙ айында 24,1 процентҡа артып киткән. Хаҡтарҙың күтәрелеүе, 2008 йылдан алып ҡарағанда, иң юғарыһы. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: август айында билет хаҡтары һәр ваҡыт юғары нөктәгә етә лә, аҙаҡ декабргә тиклем яйлап төшә башлай.
Рәсәй Президенты Владимир Путин да самолеттарға билет хаҡы артыуына иғтибар иткән. Рәсәй Федерацияһының транспорттар министры Евгений Дитрих билеттарға хаҡ артыуын туҡтатырға тырышырға кәрәк, тип белдергән. Авиабилеттарға хаҡ инфляция кимәленән дә юғарыраҡ үҫергә тейеш түгел.