Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Сентябрь 2019, 10:14

Путин өсөн рейстарҙа аҙыҡты кем әҙерләй?

Рәсәй Президенты Владимир Путин самолетта осҡанда ашаған аҙыҡты алдан уҡ билдәле бер урында билдәле бер кешеләр әҙерләп ҡуя икән. Был турала "Рәсәй" осоу отрядының элекке етәксеһе Владимир Федорушкин НТВ каналына биргән интервьюһында һөйләгән.#ввпутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин самолетта осҡанда ашаған аҙыҡты алдан уҡ билдәле бер урында билдәле бер кешеләр әҙерләп ҡуя икән. Был турала "Рәсәй" осоу отрядының элекке етәксеһе Владимир Федорушкин НТВ каналына биргән интервьюһында һөйләгән.
Президент өсөн әҙерләнгән аҙыҡты ҡайҙалыр осорҙан алда бортҡа алып киләләр ҙә, стюардесса йылытып Путинға алып килә икән. Ил-96 самолеты ике ҡаттан тора. Аш бүлмәһе беренсе ҡатта. Ил башлығының беркетелгән стюардессаһы бар. Шул уның өсөн аҙыҡ ташый.
Путин өсөн ниндәй аҙыҡ әҙерләүҙәре хаҡында Владимир Федорушкин белмәй. Әммә ҡайһы саҡта бер үк төрлө аҙыҡты ҡат-ҡат бирә башлаһалар, ил башлығы ризаһыҙлыҡ белдереп ҡуя икән.
Владимир Федорушкин һөйләүе буйынса тағы ла шул билдәле: Президентҡа сит илгә осорға кәрәк булһа, унда алдан уҡ махсус ашнаҡсыны ебәреп ҡуялар. Ул Путин өсөн ашарға әҙерләй.
Рәсәй Президентының үлән сәйҙәре яратыуы ла асыҡланған.
#ввпутин