Һиндостандың премьер-министры Нарендра Моди твиттерға рус телендә хәбәр һалған. Хәбәрендә ул Рәсәй Президенты Владимир Путинға ҡунаҡсыллығы өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткергән. Моди билдәләп үтеүенсә, Владивостоктағы осрашыу ике илдең аралары нығыныуға килтерәсәк.
Твиттерында ул руссалап: "Рәхмәт, Рәсәй! Был визит бик уңышлы булды. Уның һөҙөмтәләре Һиндостан менән Рәсәйҙе яҡынайтасаҡ," - тип яҙған.