АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Сентябрь 2019, 09:57

Ни өсөн Путин мотоциклда шлемһыҙ йөрөгән?

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Севастополдә үткән байк-шоу ваҡытынды мотоциклда шлемһыҙ йөрөүе юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу булмаған.#ВВПУТИН

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Севастополдә үткән байк-шоу ваҡытынды мотоциклда шлемһыҙ йөрөүе юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу булмаған. Был турала Ҡырым башлығы Сергей Аксенов хәбәр итә.
Сергей Аксенов "Ҡырым 24" телеканалында тура эфирҙа ҡатнашҡан һәм балаларҙың һорауҙарына яуап биргән. Бер малай Путин менән бергә мотоциклда йөрөгәндә нимә тураһында һөйләшеүҙәре һәм ни өсөн шлемһыҙ булыуҙары хаҡында һораған. Аксенов аңлатыуынса, ул ваҡытта юлдар ябылған һәм трассала бер ниндәй ҙә юл хәрәкәте булмаған. Шуға күрә шлемһыҙ булыуҙары юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуға инмәй. Нимә тураһында һөйләшеүҙәренә килгәндә инде, Путин менән Аксенов Ҡырым халҡын борсолдорған мәсьәләләр хаҡында аралашҡан.
#ВВПУТИН