Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Сентябрь 2019, 09:48

Путин Монголия башлығын Еңеү байрамына саҡырҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин хәбәр итеүенсә, ул Монголия башлығы Халтмаагийн Баттулганың 2020 йылда билдәләнәсәк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған байрамда ҡатнашасағына өмөт итә. Сөнки Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Монголияның күрһәткән ярҙамы ҙур.#ВВПУТИН

Рәсәй Президенты Владимир Путин хәбәр итеүенсә, ул Монголия башлығы Халтмаагийн Баттулганың 2020 йылда билдәләнәсәк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған байрамда ҡатнашасағына өмөт итә. Сөнки Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Монголияның күрһәткән ярҙамы ҙур.
Рәсәй башлығы атап үтелгән илдең "Одрийн сонин" гәзите өсөн интервью биргән һәм унда Монголия халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткергән. Шулай уҡ Монголия башлығы Халтмаагийн Баттулганың киләһе йылда үтәсәк Еңеү байрамы тантанаһында ҡатнашасағына иҫәп тотоуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үткән.
#ВВПУТИН