Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Сентябрь 2019, 09:53

Путин иҫәпләүенсә, дзюдо башҡаларға ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләй

Путин иҫәпләүенсә, дзюдо башҡаларға ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләй.Рәсәй Президенты Владимир Путин дзюдо менән мауығыу үҙенә һәм Монголия башлығы Халтмаагийн Баттулгаға бер-береһенең фекерен хөрмәт итергә һәм һөйләшеүҙе файҙалы итеп ойошторорға ярҙам итә, тип иҫәпләй. #ВВПУТИН

Рәсәй Президенты Владимир Путин дзюдо менән мауығыу үҙенә һәм Монголия башлығы Халтмаагийн Баттулгаға бер-береһенең фекерен хөрмәт итергә һәм һөйләшеүҙе файҙалы итеп ойошторорға ярҙам итә, тип иҫәпләй. Был турала ул монгол гәзите "Одрийн сонин"ға биргән интервьюһында әйткән. Шулай уҡ ул Монголия башлығының дзюдо һәм самбо менән шөғөлләнеп кенә ҡалмауын, ә донъя кимәлендә оҫта көрәшсе булараҡ танылыу алыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алып үткән.
Әйткәндәй, Владимир Путин иртәгә Улан-Баторға эш сәфәре менән барасаҡ.
#ВВПУТИН