Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Август 2019, 08:52

Ни өсөн Путиндың күңеле Ишембайға тартыла?

Ни өсөн Путиндың күңеле Ишембайға тартыла?Радий Хәбиров менән осрашыуҙа ил башлығы Владимир Путин Ишембайҙы ла телгә алып үтте. Баҡтиһәң, көрәш менән шөғөлләнгәндә ошо ҡалаға ярыштарға йөрөгән икән. Шуға күрә ил башлығы Ишембай тураһында тик яҡты хәтирәләр генә һаҡлай.#ВВПУТИН

Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашҡан ине. Осрашыу мәлендә ул беҙҙең төбәктең инвестиция күрһәткестәрен ыңғай баһаланы. Радий Хәбиров килеү менән, ысынлап та, был өлкәлә етди эштәр атҡарылды, республикабыҙға сит ил эшҡыуарҙарын йәлеп итеү башланды. Әлеге көндә Бәләбәйҙә француз сыры етештерелә башланы, ауыл хужалығы өлкәһендә лә эштәр алға бара, сит илдән һәйбәт тоҡомло һыйырҙар килтерелде. Ғөмүмән, күп кенә эш башҡарылды
Ил башлығы Владимир Путин Радий Фәрит улын шелтәләп тә алды.Уның әйтеүенсә, республикала эшһеҙлек күҙәтелә, үлем күрһәткестәре насар, тыуымды ла арттырырға кәрәк. Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ныҡлап үҙгәреш индерергә тотондо, уныңса, сәләмәтлектең үҫеше был мәсьәләне хәл итергә ярҙам итәсәк.
Шулай уҡ Владимир Путин Ишембайҙы ла телгә алып үтте. Баҡтиһәң, көрәш менән шөғөлләнгәндә ошо ҡалаға ярыштарға йөрөгән икән. Шуға күрә ил башлығы Ишембай тураһында тик яҡты хәтирәләр генә һаҡлай.
#ВВПУТИН