Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Август 2019, 08:54

Ни өсөн Путин йыл да бер үк һатыусынан ғына туңдырма һатып ала?

Быға тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Төркиә президенты Рәджәп Тайип Эрдоган “МАКС”-та “Су-57” истребителе менән танышып үткән ине. Төрөк президентына самолёт бик оҡшаған, хатта Төркиәгә ошондай самолеттар етештереүҙә ярҙам итеү хаҡында ла һүҙ булған. Әлбиттә, беҙҙең күршебеҙ Ҡара диңгеҙ аша бындай самолёттар етештереү хаҡында күптән хыяллана. Владимир Путин күргәҙмә ваҡытында үҙенең ғәҙәттәренә тоғро булыуын тағы ла бер тапҡыр раҫлаған. Былтыр ул туңдырма һатып алып ашаған икән. Быйыл да һатып алған, хатта Эрдоганды ла һыйлаған. Мәскәү гәзиттәре хәбәрселәре 2017 йылда ла, былтыр ҙа, быйыл да туңдырманы бер үк ханым һатыуын асыҡлаған. Тик хәбәрселәр ханымдың ниндәй дәрәжәлә булыуын белә алмаған. Бары тик төрлөсә фаразларға ғына ҡала...#ВВПУТИН

Быға тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Төркиә президенты Рәджәп Тайип Эрдоган “МАКС”-та “Су-57” истребителе менән танышып үткән ине. Төрөк президентына самолёт бик оҡшаған, хатта Төркиәгә ошондай самолеттар етештереүҙә ярҙам итеү хаҡында ла һүҙ булған. Әлбиттә, беҙҙең күршебеҙ Ҡара диңгеҙ аша бындай самолёттар етештереү хаҡында күптән хыяллана.
Владимир Путин күргәҙмә ваҡытында үҙенең ғәҙәттәренә тоғро булыуын тағы ла бер тапҡыр раҫлаған. Былтыр ул туңдырма һатып алып ашаған икән. Быйыл да һатып алған, хатта Эрдоганды ла һыйлаған.
Мәскәү гәзиттәре хәбәрселәре 2017 йылда ла, былтыр ҙа, быйыл да туңдырманы бер үк ханым һатыуын асыҡлаған. Тик хәбәрселәр ханымдың ниндәй дәрәжәлә булыуын белә алмаған. Бары тик төрлөсә фаразларға ғына ҡала...
#ВВПУТИН