Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин, "Ренова" мөдирҙәр советы рәйесе Виктор Вексельберг, "Төбәктәге аэропорттар" генераль директоры Евгений Чудновски, губернатор Валерий Радаев һәм билдәле беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавт Валентина Терешкова менән осрашты.
Президент хәбәр итеүенсә, киләһе алты йыллыҡта 60 халыҡ-ара аэропорттың торошон яҡшыртырға йыйыналар.
"Ренова" рәйесе Виктор Вексельберг белдереүенсә, яҡын арала Яңы Уренгой һәм Камчаткала үҙенсәлекле аэропорт төҙөргә йыйыналар.