Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Август 2019, 09:58

Ауыл хужалығы министрлығы эшҡыуарҙарҙың ерҙәрен тартып алырмы?

Ауыл хужалығы министрлығы 2024 йылға тиклем 4,8 миллион гектар ауыл хужалығы ерҙәрен ҡулланылышҡа индерергә йыйына. Шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙарҙың ҡулланылмай ятмай биләмәләрен дә тартып алырға теләйҙәр. #ВВПУТИН

Быға тиклем ил башлығы Владимир Путин ауыл хужалығының ҡулланылмай ятҡан биләмәләрен ҡулланылышҡа индерергә ҡушҡан ине. Уның әйтеүе буйынса, 2020 йылға Рәсәй үҙен аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин итергә тейеш.
Хәҙер килеп Ауыл хужалығы министрлығы 2024 йылға тиклем 4,8 миллион гектар ауыл хужалығы ерҙәрен ҡулланылышҡа индерергә йыйына. Шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙарҙың ҡулланылмай ятмай биләмәләрен дә тартып алырға теләйҙәр. Был Ауыл хужалығы министрлығына Президенттың ҡушҡан эшен башҡарырға мөмкинлек бирәсәк.
#ВВПУТИН