АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Август 2019, 10:04

Күп балалы әсәләргә килем һалымы әҙәйтелерме?

Күп балалы әсәләргә килем һалымы әҙәйтелерме?Дәүләт Думаһы депутаты Виктор Зубарев эшләп йөрөүсе күп балалы әсәләрҙең килем һалымын 13 проценттан 4 процентҡа кәметергә тигән тәҡдим индерҙе.#ВВПУТИН

Быға тиклем ил башлығы Владимир Путин 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем өсөнсө йә унан да күберәк балалары тыуған ғаиләләргә ипотека кредитын компенсациялау тураһындағы законға ҡул ҡайған ине.
Хәҙер инде Дәүләт Думаһы депутаты Виктор Зубарев эшләп йөрөүсе күп балалы әсәләрҙең килем һалымын 13 проценттан 4 процентҡа кәметергә тигән тәҡдим индерҙе.
Был илдә ғаилә институтын үҫтереү, демографик хәлде яйға һалыу һәм әсәләргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында эшләнелә.
Иң тәүҙә яңғыҙ бала тәрбиәләүсе әсәләргә ярҙам күрһәтеү көтөлә.
#ВВПУТИН