Кисә ил башлығы Владимир Путин һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел бүлектәрен модернизациялау буйынса кәңәшмә үткәргән ине. Кәңәшмә барышында һаулыҡ һаҡлау министры В. И. Скворцова урта медицина уҡыу йорттарына абитуриенттарҙы ҡабул итеүҙе арттырырға тәҡдим индерҙе. Ул был өлкәгә йыл һайын 60-70 мең белгесте йәлеп итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.