Рәсәй Президенты Владимир Путин кисәге кәңәшмә барышында Хөкүмәт ағзаларына һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүселәргә эш хаҡын түләүҙе сифатлы итеп ойошторорға ҡушты. Шулай уҡ ил башлығы бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауыл ерендә эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡының дәүләт статистикаһы мәғлүмәттәренә тап килмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.