Шаршамбы көнө АҠШ Президенты Дональд Трамп менән Рәсәй Президенты В.В.Путин телефон аша һөйләште. Д.Трамп Себер урманы янғынын һүндереүҙә ярҙам күрһәтергә әҙер булыуҙарын әйтте. Владимир Владимирович иһә иғтибарҙары һәм ярҙам итергә теләүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.