Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Июль 2019, 09:50

Ғалимдарға—Путин гранты

Рәсәй президенты Владимир Путин грантын Башҡортостандан 6 ғалим алды.#ВВПУТИН

Рәсәй президенты Владимир Путин грантын Башҡортостандан 6 ғалим алды. Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге вәкиле Оксана Ласточкина ауыл хужалығы йүнәлешендә эш алып бара. Йәш ғалим үҫемлектәрҙең төрлө сирҙәргә ҡарата тотороҡлолоғон һәм дым етмәгән саҡтағы үҫешен өйрәнә. Башҡорт дәүләт университетынан Вячеслав Цветков зарар килтереүсе бөжәктәрҙе, микроорганизмдарҙы асыҡлай. Фәндәр докторы Елена Корзникова бер миллион һум тирәһе грант алды. Ул интинсив тәьҫир ваҡытындағы ҡаты металдарҙың дефектын өйрәнә. Фәндәр кандидаты Вячеслав Вавилов заманса самолеттар төҙөлөшөндә ҡулланыласаҡ электр двигателдәр һәм генераторҙар өҫтөндә эшләй. Фән докторы Камил Рамаҙановтың да эше авиация өлкәһенә ҡайтып ҡала. Фән кандидаты Ольга Абрамова биохимик процестарҙы өйрәнә.
Уларҙың барыһына ла 600 меңдән 1 миллион һумғаса грант бирелә. Был аҡса ике йыл эсендә тотонолорға тейеш.
#ВВПУТИН