Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Июль 2019, 09:32

Путин янып барған самолетты уңышлы ултыртыусыларҙы бүләкләне

Ил башлығы Владимир Путин былтыр август айында двигателе янып киткән Red Wings авиакомкомпанияһының пассажирҙар самолетын Өфөгә ултыртҡан экипажды бүләкләне. #ВВПУТИН

Ил башлығы Владимир Путин былтыр август айында двигателе янып киткән Red Wings авиакомкомпанияһының пассажирҙар самолетын Өфөгә ултыртҡан экипажды бүләкләне.
Һауа карабы командиры Юрий Хорьговский, икенсе пилот Владимир Павленко һәм борт инженеры Сергей Лакида Батырлыҡ ордендары менән бүләкләнде. Бортпроводниктар Евгения Егошина, Петр Михайлов, Ларита Мурадова һәм Руслан Тимербаев Нестеров миҙалына лайыҡ булды.
Президент указында хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм фиҙаҡәрлектәре өсөн тип билдәләп үтелә.
#ВВПУТИН
Читайте нас: