Рәсәй президентының пресс-секретаре Дмитрий Песков әйтеүенсә, Владимир Путиндың Украина президенты Владимир Зеленский менән осрашыуы хаҡында әле һүҙҙең дә булыуы мөмкин түгел. Песков билдәләп үтеүенсә, Украинала һайлауҙар үтеүен көтәһе бар. Шул сағында ғына етди мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеп буласаҡ.