Рәсәй президенты Владимир Путин сауҙа-сәнәғәт палатаһы башлығы Сергей Катырин менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Улар кесе һәм ғаилә бизнесына ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен тикшерҙе. Был өлкәлә бер нисә программа алып барыла. Ғаилә бизнесы иҡтисади формаларҙың иң тотороҡлоһо булһа ла, хәл итә торған мәсьәләләр ҙә етерлек. Мәҫәлән, ғаилә патенты тигән төшөнсәне индереү мөһим. Был бөтмәҫ иҫәп-хисап документтарын тултырыуҙан арындырасаҡ.