Ил башлығы Владимир Путин Дәүләт думаһына Рәсәй менән Мысыр араһында килешеүгә раҫлау индерҙе. Быға ярашлы Мәскәү менән Ҡаһирә араһында бар төп өлкәләрҙә лә хеҙмәттәшлек ҡаралған. Килешеү илдәр араһында ирекле сауҙа итеүҙе һәм эффектлы инвестицион хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота. Илдәр хәрби һәм хәрби-техник хеҙмәттәшлек өлкәһендә үҫешкәндән үҫешә бара. Шулай уҡ килешеүҙән билдәле булыуынса, атом энергетикаһына иғтибар ҙур буласаҡ.