Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Июль 2019, 10:39

Мөһим мәсьәләләр тикшереледе

Ил башлығы Владимир Путин хөкүмәт ағзалары менән милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Ил башлығы Владимир Путин хөкүмәт ағзалары менән милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Шулай уҡ ул бөтә кәрәкле документтарҙың ошо сессияла йәки көҙ башында Дәүләт Думаһы тарафынан ҡабул ителеп бөтөрөлөргә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Кәңәшмә барышында льготалы дарыуҙар тураһында ла һорау күтәрелде. Бындай дарыуҙарға ихтияж ҙур булһа ла, күп субъекттарҙа проблема хәл ителмәй килә. Быны хөкүмәт, дарыуҙар менән тәьмин итеүселәр һәм дауаханалар араһында коммуникацияның насар булыуы менән аңлаталар. Владимир Путин был мәсьәләне яҡын арала хәл итергә ҡушты.
Ил башлығы кәңәшмә барышында юлдар төҙөү мәсьәләһен дә яйға һалырға ҡушты. Шулай уҡ хөкүмәт ағзалары суп-сар тарифының тотороҡло булыуын контролдә тоторға күрһәтмә алды. Кәңәшмәлә ипотека проценттарын кәметеү ҙә мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып торҙо. Рәсәй Президенты В. В. Путин уны 6 %-ҡа тиклем кәметергә тырышырға кәрәк тигән күрһәтмә бирҙе.
#ВВПУТИН
#нацпроекты