Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Июль 2019, 09:36

Көрөшкәһе лә иғтибарҙа

Һуңғы ваҡытта Владимир Путин бөтә сараларға ла тиерлек үҙенең аҡ төҫтәге термокөрөшкәһен алып йөрөй

Һуңғы ваҡытта Владимир Путин бөтә сараларға ла тиерлек үҙенең аҡ төҫтәге термокөрөшкәһен алып йөрөй. Сөнки ул эҫе сәйҙе бик ярата икән. Ул G20 саммитында ҡатнашҡан дәүләттәр башлыҡтары өсөн ойошторолған киске ашҡа ла ошо көрөшкәһен тотоп барҙы.
Хәҙер килеп Ҡытайҙа ошондай аҡ көрөшкәләр ҙур популярлыҡ ала башлаған икән. Сөнки йомро баш ҡытайлылар "Путиндың термокөрөшкәһен" Рәсәйҙең гербын ҡуйып һатыуға сығара башлаған.
#ВВПУТИН