Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Июнь 2019, 10:34

Күберәк штраф һалыу - маҡсат түгел

Рәсәй президенты В. В. Путин Дәүләт советы ултырышында хәүефле урындарҙа юл фажиғәләрен фиксациялау камераларын күрһәтеп ҡуйырға өндәне.

Рәсәй президенты В. В. Путин Дәүләт советы ултырышында хәүефле урындарҙа юл фажиғәләрен фиксациялау камераларын күрһәтеп ҡуйырға өндәне. Ил башлығы был камераларҙы ҡуйыуҙың төп маҡсаты юлдарҙағы фажиғәләрҙе кәметеү, руль артындағыларҙың ҡағиҙәләрҙе үтәүҙәрен яйға һалыу икәнен билдәләп үтте. "Беҙ ни булһа ла күберәк штраф һалыу тигән маҡсат менән эш итмәйбеҙ," - тине ул. В. В. Путин шулай уҡ рөхсәтһеҙ пассажирҙарҙы ташыу проблемаларын да хәл итергә ҡушты. Сөнки был - юл фажиғәләренә килтереүсе төп проблемаларҙың береһе.
#ВВПУТИН
#нацпроекты
Читайте нас: