Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Июнь 2019, 11:48

Лидерлыҡ һаҡлау мөһим!

Ил Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһының сит дәүләттәр менән хәрби-техник хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе.

Ил Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһының сит дәүләттәр менән хәрби-техник хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе.
Сарала Президент Хакимиәте етәксеһе Антон Вайно, Президент ярҙамсыһы Юрий Ушаков, Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Юрий Борисов, сит ил эштәре министры Сергей Лавров, сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров, оборона министры Сергей Шойгу, Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте директоры Александр Бортников, Тышҡы разведка хеҙмәте директоры Сергей Нарышкин, Хәрби-техник хеҙмәттәшлек буйынса федераль хеҙмәт директоры Дмитрий Шугаев һ.б. ҡатнашты.
“Алда торған бурыстар хаҡында әйткәндә, шуны билдәләргә кәрәк: уларҙың иң мөһиме – хәрби-техник хеҙмәттәшлектең финанс, иҡтисади, ойоштороу һәм башҡа механизмдарын камиллаштырыу. Хәрби техника һәм ҡорал етештереү өлкәһендә кооперацияның уңышлы тәжрибә алымдарын үҫтереү зарур. Оборона сәнәғәтен булдырыу буйынса партнерҙарыбыҙҙың теләген дә иҫәпкә алыу мөһим. Рәсәйҙең донъяуи ҡорал баҙарындағы лидерлығын һаҡлау өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ”, – тине сығышында Владимир Путин.