Президент В.В.Путин 2020 йылға тиклем Евросоюз илдәренә аҙыҡ-түлек сауҙаһын (эмбарго) тыйҙы. Был йәһәттән указға ҡул ҡуйылған һәм ул үҙ көсөнә инде. Был сара—Брюсселдың дуҫтарса булмаған мөнәсәбәтенә яуап. Ул Мәскәүгә ҡарата сикләүҙәр индергәйне.
Быға тиклем ЕС вәкилдәре санкция һөҙөмтәһендә Европаның ауыл хужалығы ҙур иҡтисади юғалтыу кисерәсәк, тип киҫәтә килде.
Эмбарго 2020 йыл аҙағына тиклем оҙонайтылды