Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Июнь 2019, 17:48

«Ҡоро закон» ғәмәлгә инә

27 июндә – Йәштәр көнөндә – Башҡортостанда йәнә “ҡоро закон” ғәмәлгә инәсәк.

27 июндә – Йәштәр көнөндә – Башҡортостанда йәнә “ҡоро закон” ғәмәлгә инәсәк. Был көндә республика магазиндарында араҡы һатыу тыйыласаҡ.
Билдәле булыуынса, 30 майҙа республиканың Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаттары район һәм ҡалаларҙың һабантуй байрамдарында, Йәштәр һәм Белем көндәрендә спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүҙе тыйған закон сығарҙы.
Әйткәндәй, араҡы һатыуҙың ваҡыты ла ҡыҫҡартылды. Быға тиклем иртәнге 08.00. сәғәттән киске 23.00. сәғәткә тиклем булһа, хәҙер алкоголь иртәнге 10.00 сәғәттән киске 22.00. сәғәткә тиклем генә һатылырға тейеш.
Читайте нас: