Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Июнь 2019, 09:57

Орден менән бүләкләнә

Рәсәй Президенты ошо көндәрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевты Александр Невский ордены менән наградлау тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты ошо көндәрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевты Александр Невский ордены менән наградлау тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Александр Невский ордены илебеҙҙә электән барлыҡҡа килгән. Ул – Рәсәй империяһы, Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы системаларында һаҡланып килгән берҙән-бер награда. Тарихына килгәндә, 1725 йылда Екатерина I фарманы буйынса Изге Александр Невский ордены булараҡ барлыҡҡа килә. Хәрбиҙәргә, шулай уҡ башҡа граждандарға тәғәйенләнгән награда 1917 йылға тиклем тапшырыла. 1942 йылда Александр Невский ордены тергеҙелә. Ул, хәрби награда булараҡ, команда составы өсөн тәғәйенләнә.
Советтар Союзы тарҡалғас та орден Рәсәй Федерацияһы дәүләт наградалары системаһында һаҡланып ҡала, әммә рәсми статусҡа эйә булмай. 2010 йылда иһә, Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев булған саҡта, йәнә тергеҙелә.
Орден дәүләт хеҙмәтендә вазифалы урын биләгән, дәүләт төҙөлөшө эшендә Ватан алдында айырым ҡаҙаныштарға өлгәшкән, Рәсәйҙең халыҡ-ара абруйын, оборонаға һәләтлелеген арттырыуға, иҡтисад, фән, мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрен үҫтереүгә өлөш индергән Рәсәй граждандарына тапшырыла.
Читайте нас: