АТАЙСАЛ
-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Июнь 2019, 13:03

Владимир Путиндың Хөкүмәткә күрһәтмәләре

Дәүләт етәксеһе балалы ғаиләләргә торлаҡ алыуға йә төҙөүгә ташламалы ипотека биреү ҡағиҙәләрен, шул иҫәптән Әсәлек капиталын файҙаланыу юлдарын камиллаштырырға ҡушты.

Дәүләт етәксеһе балалы ғаиләләргә торлаҡ алыуға йә төҙөүгә ташламалы ипотека биреү ҡағиҙәләрен, шул иҫәптән Әсәлек капиталын файҙаланыу юлдарын камиллаштырырға ҡушты.
Рәсәй Хөкүмәтенә шулай уҡ түбәндәге мәсьәләләрҙе ҡарарға күрһәтмәләр бирелде:
*инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә льготалы ипотека торлаҡ кредиты (займ) биреү;
* Рәсәйҙә уҡыған сит ил граждандарына, шулай уҡ ҡырҙа йәшәгән ватандаштарыбыҙға белем алыу өсөн йыллыҡ квоталарҙы арттырыуҙың маҡсатҡа ярашлылығы;
* ҡеүәтле етештереү һәм башҡа ойошмаларҙы (табыш үҙәктәрен) үҙҙәре төп эшмәкәрлек алып барған субъекттарҙа берҙәм дәүләт реестрында теркәүгә дәртләндергән, этәргес биргән механизмдар булдырыу.