Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Июнь 2019, 18:10

Ил башлығы Бишкәккә юллана

13-14 июндә Рәсәй Президенты Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары – дәүләт етәкселәре Советы ултырышында ҡатнаша. Сара Бишкәк ҡалаһында үтә.

Ил башлығы Бишкәккә юллана
13-14 июндә Рәсәй Президенты Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары – дәүләт етәкселәре Советы ултырышында ҡатнаша.
Сара Бишкәк ҡалаһында үтә.
Саммиттың көн тәртибенә килгәндә, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының артабанғы үҫеш мөмкинлектәре, Евразия киңлегендә хәүефһеҙлекте һәм тотороҡлолоҡто тәьмин итеү маҡсатында ғәмәли бәйләнеште нығытыу, ойошма ағзалары булған илдәр араһында иҡтисади, гуманитар хеҙмәттәшлекте киңәйтеү юлдары ҡараласаҡ.
Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса етди документтар пакеты, шул иҫәптән Бишкәк декларацияһы ҡабул ителәсәк. Планлаштырылғанса, Владимир Путин сит дәүләттәр лидерҙары менән ике яҡлы бер нисә осрашыу үткәрәсәк.