Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибай ҡалаһына килде. Ул ҡала хакимиәтендә ҡала активы менән осрашты. Башлыҡ көкөрт еҫе сыҡҡан карьерҙы барып ҡараны. Унда эш гөрләй: төтөн сыҡҡан урындар балсыҡ, тупраҡ, һыу ҡушылдығы менән ҡаплана. Радий Фәрит улы шулай уҡ ҡалының күп функциялы үҙәгенең эшмәкәрлеге менән танышты.