Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Июнь 2017, 13:33

Яңы проекттар, яңы объекттар

Дәүләт Думаһы депутаттары баш ҡалала ултырып ҡына эшләмәй, мөмкинлек булған саҡта үҙҙәренең һайлау округтарына барып, урындағы халыҡ менән аралаша, уларҙың йәшәү шарттары, уңыштары һәм проблемалары менән таныша. Йәйҙең беренсе көнөндә рәсми сәфәр менән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Зәкир улы Байғусҡаров Сибай ҡалаһына килеп ҡайтты. Был көндө ул «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының урындағы активы менән осрашты, ҡаланың ҡайһы бер объекттарында булды һәм традиция буйынса ҡала халҡын да ҡабул итте.

Дәүләт Думаһы депутаттары баш ҡалала ултырып ҡына эшләмәй, мөмкинлек булған саҡта үҙҙәренең һайлау округтарына барып, урындағы халыҡ менән аралаша, уларҙың йәшәү шарттары, уңыштары һәм проблемалары менән таныша. Йәйҙең беренсе көнөндә рәсми сәфәр менән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Зәкир улы Байғусҡаров Сибай ҡалаһына килеп ҡайтты. Был көндө ул «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының урындағы активы менән осрашты, ҡаланың ҡайһы бер объекттарында булды һәм традиция буйынса ҡала халҡын да ҡабул итте.
Партия активының ултырышын Сибай ҡалаһының хакимиәт башлығы Х.Х.Сөләймәнов асып ебәрҙе. Йыйылышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, шуны бил-дәләп үтте: З. З. Байғусҡаровтың Сибайға килеүе тәүге тапҡыр түгел. Халыҡ менән осрашып, уларҙың пландарын һәм проблемаларын белеп, хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү партия тарафынан иғлан ителгән проекттарҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Әйткәндәй, Республикабыҙҙа быйыл дүрт проект ҡаралаған. Ул—«Ҡала мөхите», «Урындағы мәҙәниәт йорто», «Бәләкәй ҡалаларҙағы театрҙар» һәм «Бәләкәй ҡалаларҙағы парктар». Шулар-ҙың өсәүһе Сибайҙа тормошҡа ашырыласаҡ.
—Әлеге мәлдә беҙ ябай булмаған ваҡыт кисерәбеҙ. Ҡаланың иҡтисади хәле туранан-тура тау сәнәғәтенә бәйле. Һуңғы осорҙа объектив сә-бәптәр менән мәғдәнде сығарыу кәмеп бара. Быйылғы йылдың дүрт айында табылған продукция күләме 3,8 млрд һум тәшкил итә, сәнәғәт етештереү индексы—94%. Ошондай ваҡытта партия проекттары ярҙамға килә лә инде. «Ҡала мөхите» проекты сиктәрендә ҡалабыҙға 24,5 млн һум аҡса бүленде. Был аҡсаға Көнсығыш биҫтәһендә урынлашҡан биш ихата биләмәһе төҙөкләндереләсәк, яңы сквер төҙөләсәк, Арҡайым ҡасабаһына ингән ерҙән алып мәктәпкәсә (840 метр) тротуар һалынасаҡ һәм атракциондар паркы яңыртыласаҡ. Был ҡаланы төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индерә,—тине Хәлит Хәмзә улы.
З.З.Байғусҡаров һигеҙ ай эсендә эшләнгән эштәре, үҙе ҡатнашлығында сығарылған закон проекттары тураһында һөйләп үтте. Шулай уҡ партия проект- тарына айырым туҡталды. Мәҫәлән, иң күләмлеһе тип иҫәпләнгән «Ҡала мөхите» республиканың 23 муниципалитетын үҙ эсенә алған. «Урындағы мәҙәниәт йорто» проектына ярашлы Урал аръяғында 9 мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү мөмкинлеге буласаҡ. «Бәләкәй ҡалаларҙағы театрҙар» проектында халыҡ һаны 300 меңдән артмаған ҡала округтары ҡатнаша ала. Шуныһы ҡыуаныслы: республиканың 6 театрын үҙ эсенә алған исемлектә Сибай ҡалаһының «Сулпан» балалар театры һәм А. Мөбәрәков исемендәге баш-ҡорт дәүләт драма театры ла бар. Тимәк, был мәҙәниәт усаҡтарының матди-техник базаһы нығытыласаҡ.
Осрашыуға килеүселәр депутатҡа үҙҙәрен борсоған һорау-ҙарҙы бирҙе. Мөрәжәғәттәр күп яҡлы булды. Мәҙрәсә төҙөүҙе тергеҙеү, шлакоблоктан төҙөлгән иҫке өйҙәрҙе емереп, улар урынына яңыларын төҙөү, стадионды реконструкциялау мәсьәләләре яңғыраны. Осрашыуҙың аҙағында З.З.Байғусҡаров тантаналы рәүештә «Берҙәм Рәсәй» партияһының яңы ағзаларына партия билеттары тапшырҙы.
Артабан Зариф Зәкир улы проекттарҙа ҡатнашҡан объекттар менән танышып сыҡты. Мәҙәниәт һәм ял паркында депутатты ҡаланың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Э.F.Кирәйева һәм парк директоры И.А.Әхмәтшин ҡаршы алды. Улар проект сиктәрендә бүленгән 5,2 млн һумға эшләнәсәк эштәр тураһында һөйләне.
—Быйыл мәҙәниәт һәм ял паркы үҙенең 35 йыллығын билдәләй. Проект сиктәрендә бүленгән аҡса парк өсөн генә түгел, ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына ла бүләк буласаҡ. Сөнки беҙ уны төҙөкләндерәсәкбеҙ. Ҡойма, эскәмйәләр, асфальт яңыртыласаҡ, атракциондарҙы буяп, уларға заманға ярашлы светодиодлы яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ яңы батут һәм атракцион алыуҙы ла планлаштырғанбыҙ,—тине Элиза Fүмәр ҡыҙы.
Депутат «Ҡала мөхите» проектында ҡатнашҡан Көнсығыш биҫтәһендәге ихаталар биләмәһе менән дә танышты. Быйыл Төҙөүселәр урамы, 6, 6/1, 6/2 һәм Ветерандар урамы, 6; Индустриаль шоссе, 6, 8, 12 һәм Кусимов урамы, 4; Чайковский урамы,28; Ветерандар урамы,2, Төҙөүселәр урамы, 2, 4 һәм 4/1 адрестары буйынса урынлашҡан йорттар ихатаһы төҙөкләндереләсәк. Шулай уҡ был биҫтәлә сквер төҙөлөүе тураһында ла әйтелде. Бының өсөн 10 миллиондан ашыу аҡса бүленәсәк. Сквер бер нисә өлөштән торасаҡ. Унда спорт һәм балалар өсөн майҙансыҡтар булдырыласаҡ. Шулай уҡ велосипедсылар өсөн юл һалыу ҙа ҡаралған.
Сәфәрҙең киләһе туҡталышы «Бәләкәй ҡалаларҙағы театрҙар» проектында ҡатнашҡан «Сулпан» (3,3 млн. һум) һәм А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры (5,1 млн һум) булды. Улар был аҡсаны матди-техник базаны нығытыуға, яҡтыртыу һәм музыка ҡорамалдары алыуға тотонасаҡ. Шулай уҡ драма театры сумманың бер өлөшөн М.Кәримдең «Ҡыҙ урлау» спектаклен ҡуйыуға йүнәлтәсәк.
Сәфәрҙең һуңында Зариф Зәкир улы «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Сибай ҡалаһындағы йәмғиәт ҡабул итеү бүлмәһендә мөрәжәғәт итеүсе 17 кешене шәхси һорауҙары бу-йынса ҡабул итте. Бында күберәк ергә, эшкә бәйле мәсьәләләр яңғыраны.
—Мөрәжәғәттәрҙең бер өлөшөн урында уҡ хәл итеү мөмкинлеге булды. Ҡалған һорауҙар ҙа ситтә ҡалмаясаҡ. Һәр мөрәжәғәт ентекләп өйрәнеләсәк һәм яуаптар биреләсәк, проблемаларҙы ыңғай хәл итергә тырышасаҡбыҙ,—тине З.З. Байғусҡаров.
Сибайҙан Зариф Зәкир улы күрше Баймаҡ ҡалаһына юлланды. Унда ла уны халыҡ менән осрашыу көтә ине. Аҙаҡ депутаттың социаль селтәрендә яҙмаһы донъя күрҙе. Зариф Байғусҡаров Мәскәүгә төбәктән яңы идеялар, яңы пландар менән ҡайтҡан.
Ләйлә Ишмырҙина.
Читайте нас: