Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Декабрь 2016, 18:49

Сибайҙар ҡәнәғәт ҡалды

Күптән түгел Сибай ҡалаһында үҙенең тәүге эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы Йыйылышы депутаты З.З.Байғусҡаров булып китте. Ул «Берҙәм Рәсәй» партияһының Сибай ҡалаһындағы беренсел партияһының дөйөм ултырышында ҡатнашты.

Артабан ул «Берҙәм Рәсәй» йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә шәхси һорауҙар буйынса мөрәжәғәт иткән граждандар менән осрашыу үткәрҙе. Депутатты күрергә тип бик күп халыҡ килгәйне. Сибайҙарҙы музейҙы ремонтлау, торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙең артыуы, кредит ойошмаларында процент ставкаларының юғары булыуы, эшһеҙлеккә, инвалидлыҡҡа бәйле һорауҙар борсой. Алтын ҡасабаһының территориаль йәмәғәт үҙидаралығы рәйесе Р.Ҡадыров «Башавтотранс» автобустарын кире ҡайтарыу һәм урамдарға ҡырсынташ түшәү мәсьәләләрен хәл итеүгә ярҙам һораны. Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылынан бер аҡһаҡал урамдарға газ үткәреүҙе һәм яҡтыртыуҙы хәстәрләп килгән ине. Депутат Зариф Байғусҡаров үҙенең ярҙамсыһы Регина Ҡадырова менән барлыҡ һорау-теләктәрҙе теркәп, уларҙың һәр береһен тиҙ арала ҡарап, хәл итергә тырышасаҡтары хаҡында белдерҙе.

Был көндө депутат Сибай институты уҡытыусылары һәм студенттары менән дә осрашыу үткәрҙе. Ул Рәсәй Дәүләт Думаһы Йыйылышында башлаған эше, үҙе ағза булып торған Дәүләт төҙөлөшө һәм закон сығарыу комитеты эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырҙы.

— Дәүләт Думаһында бөтәһе 1600 закон проекты эшкәртеү өҫтөндә булһа, шуларҙың 550-һен, йәғни 35 процентын беҙҙең комитет ағзалары ҡарай,—тине депутат.

Зариф Зәкир улы Дәүләт Думаһының пленар өлөшөндә сығыш яһап, закон проекттары тәҡдим итеүе тураһында һөйләне.

Сибайҙар депутат З.З.Байғусҡаров менән осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды.

Читайте нас: