-Ошо бер бүлмәле фатирҙы алғанда хан һарайы алғандай ҡыуандым. Ҡыҙым менән икебеҙ генә булғас, 1 бүлмәле генә эләкте шул. Әгәр көтһәгеҙ, 2 бүлмәле булыр тиһәләр ҙә, дөйөм ятаҡ тормошо тамам ялҡытҡас, биргәндәрендә сат йәбештем,--тип хәтерләй торлаҡлы булған осорон хәтерләп Мөхтәрәмә инәй.-Сибайҙың Таусылар проспектындағы, Зәки Вәлиди (элекке Свердлов урамы), Ленин урамындағы кирбес йорттарҙың барыһын да беҙҙең 1-се төҙөлөш идаралығы (СУ-1) эшселәре ҡул менән төҙөнө. Бригадирыбыҙ РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы Әбүбәкир Насырйән улы Рәсүлев булды. Әйткәндәй, былтыр декабрҙә ул 95 йәшен билдәләне.
Ә Мөхтәрәмә Хөсәйен ҡыҙы 96 йәштә, быйыл майҙа 97-һе тула.
-Оҙон ғүмер кисереүегеҙҙең сәбәбен ниҙә?
-Тоҡомдандыр. Атайым яғынан Яҡшымбәтовтар араһында күбеһе 90 йәшен тултырҙы. Әсәйем Фәтхиә Әхмәр ҡыҙы Аллаярова ла 92 йәшендә донъя ҡуйҙы. Бер туған Миңлевафа апайым, Сәбилә һеңлем 90 йәшкә етә яҙҙы. Әле бер туған 9 баланан икәү иҫәнбеҙ. Бибинур һеңлем Яныбаева 1937 йылғы, 89-сы йәше менән бара.
Мөхтәрәмә Хөсәйен ҡыҙы тыуғандан уҡ өлөшлө бала булып тыуғанмын—бөркәнсекле булғанмын, тип һөйләй. 3 тапҡыр үлем тырнағынан тороп ҡалдым, ти.Ҡәҙер төнөн күргән, шул мәлдә уға күк ҡабағы асылған.
-18 йәшемдә ураҡ мәлендә эшләп йөрөгәндә булды ул хәл. Игенде һоҫоп алайым тип эйелһәм ҡапыл донъя яҡтырып китте. Бергә эшләгән Мөкәрәмә менән Сабираға ҡәҙер төнө бит, күрһәгеҙме?—тип ҡысҡырһам, улар юҡ ти. Шулай ҙа икеһе лә изге ваҡытта теләк теләргә кәрәклеген белеп, кейәү кәрәк, тип теләп алып китте, ә мин әсәйемә-атайыма ғүмер бир, аслы-туҡлы йөрөгәс, ризыҡ бир, тип һораным. Ризыҡ—ул ғүмер инде. Ризығым булғас, ошо матур көндәрҙе күрергә насип итте,--тип һөйләй Мөхтәрәмә инәй тормош йомғағын һүтеп. Уны тыңлаған һайын тыңлағы килә.
Ата-әсәһе Хөсәйен һәм Фәтхиә Яҡшымбәтовтар Баймаҡ районының Икенсе Моҡас ауылында йәшәй. Улар 9 балаға—Әбүбәкир, Сәлимә, Әширәф, Әнүәр, Миңлевафа, Мөхтәрәмә, Сәбилә, Әхәт, Бибинурға ғүмер бирә. Әсәһе Ғәҙелша ауылында тыуып үҫеп, Икенсе Моҡасҡа кейәүгә сыға. Уның атаһы Әхмәр Аллаяров забойщик була, алтын йыуыу эшендә йөрөй.
Мөхтәрәмә Яҡшымбәтованың атаһы Хөсәйен Йомағужа улы бала сағында Хәлил мәҙрәсәһендә уҡыған. Ике һуғышта—Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
-Атайым Хөсәйен Йомағужа улы ла, уның ике туғаны Хәсән Мәхмүт улы ла (Йомағужа менән Мәхмүт бер туғандар) 1897 йылда тыуған. Улар икеһе лә 17 генә йәштәрендә Граждандар һуғышында булып, Урта Азияның кавалерия полкында хеҙмәт иткән. Советтар Союзы маршалы Буденный командованиеһы составында Урта Азияла басмачтарҙы тар-мар иткән. Украинала ла булғандар, Граждандар һуғышында улар 7-шәр йыл йөрөп ҡайтҡан. Хөсәйен Йомағужа улы ла, Хәсән Мәхмүт улы ла Зәки Вәлидиҙең һаҡ ғәскәрендә лә хеҙмәт иткән. 1921 йылда илдә йотлоҡ булғанда атайым менән Хәсән ағайым әрменән ҡайтҡан,--тип тарих бәйән итте Мөхтәрәмә Хөсәйен ҡыҙы.
Хөсәйен Йомағужа улы Яҡшымбәтов Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң тыуған яҡтарында Совет власы урынлаштырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Моҡас ауылы советының беренсе рәйесе була.
-Ҡартатайым Йомағужа Таһир улы хәлле йәшәгән, 6 быҙауы, һыйырҙары, 3 ҡолонло бейә өсөн кулак тип тапҡандар. Етмәһә, шул йылдары һыйырҙары гел игеҙ быҙаулай, ерҙәре иркен була. Уның бар мөлкәтен колхозға тартып алғандар. Өйөн мәктәп иткәндәр, 4 таш һарайын алғандар. Атайым Хөсәйенде дә кулак итеп ебәрергә уйлағандар, балалары күп тип теймәгәндәр. Әлбиттә, һуңынан Йомағужа ҡартатайҙың исеме аҡлана, тик мөлкәтен бер балаһы ла кире ҡайтарып алмай,--тип үкенес менән һөйләй инәй.
Атаһының бөтә мал-мөлкәте тартып алыныуын, үҙен һөргөнгә ебәреүҙәрен Хөсәйен Йомағужа улы ауыр кисерә. Ул ваҡытта үҙе лә, бер туған һеңлеләре— Ҡобора, Зөләйха, Хазина, Зөһрә ул ваҡытта үҙаллы донъя көткән була. Уларҙың әсәләре Файза 1929 йылда үлеп ҡала. Һөргөнгә Йомағужа Таһир улы йәш ҡатыны Хәлимә менән оҙатыла. Шул йәш ҡатынынан тыуған улы Фәйзрахманды хужалығын тартып алыу өсөн үлсәргә килгән землемерҙар үҙҙәре менән Өфөгә алып китә. Ул шунда интернатта тәрбиәләнеп, зоотехник һөнәрен үҙләштереп тыуған яҡтарына 1940 йылда ғына ҡайта. Әлеге Төйәләҫ ауылы хужалығында эш башлап, өйләнеп кенә өлгөрөүгә ҡәһәрле һуғыш сығып китә.
Билдәле, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та элекке һалдаттарға повестка килә. Етмәһә, 1897 йылдан башлап тыуған ир-егеттәр һуғышҡа алына тигән приказ була. Хөсәйен дә, Хәсән дә тап 1897 йылғы. Хәсән Яҡшымбәтов 1941 йылда уҡ фронтҡа китә. Ә Хөсәйен Йомағужа улы тракторҙа эшләгәс, бронь менән ҡала килә. 1943 йылда баҫыуҙа эшләп йөрөгән мәлендә уға Иҫке Сибайҙан бер кеше килеп повестка тоттороп китә. Әнүәр, Әширәф улдары унан алда фронтҡа алына. Ҡыҙғанысҡа күрә, икеһе лә яу яланында батырҙарса һәләк була.
-Ҡартатайым Йомағужа Яҡшымбәтовтың өлкән улы булған атайымдан тыш, үрҙә әйтеп үткән икенсе ҡатыны Хәлимәнән тыуған улы Фәйзрахман исемле улы һуғышта булған. Ҡыҙы--Ҡобора Илбулованың улы Нурфәйез дә, тағы ике ейәне--минең бер туған ағайҙарым яуҙа ятып ҡала,--тип һуғышта ҡалған туғандарын барланы Мөхтәрәмә инәй, ауыр көрһөнөп.
ОБД Мемориал сайтының «Память. Башкортостан. Книга 5» бүлегендә Яҡшымбәтов Фәиз Йомағужа улы (Фәйзрахман Фәиз тип ҡыҫҡартылған), Баймаҡ районында тыуған, 245 ГАП, гвардия лейтенанты, 12.02. 1945 йылда һәләк булған, Венгрияның Будапешт ҡалаһында ерләнгән, тип яҙылған.
Яҡшымбәтов Әнүәр Хөсәйен улы, Баймаҡ районының Моҡас ауылында тыуған, п/п 39927, өлкән сержант, 10.01.1945 йылда яраланып үлгән, Венгрияның М.Кесег зыяратында 3-сө ҡәберҙә ерләнгән. Илбулов Нурфәйез Ниғәмәт улы, Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында тыуған, рядовой, 08.09.1943 йылда һәләк булған. Ерләнгән ере билдәһеҙ.
Мөхтәрәмә Яҡшымбәтова бер туған Әнүәр ағайымдан 1945 йылдың ғинуарында һуңғы хат килде тип һөйләй. Унда: «Бөгөн төндә төштәремдә көмөш ҡалаҡ менән һыу эстем. Рәхмәт инде минең был төшөмә, һеҙ туғандар менән күрештем»,—тигән шиғри юлдар бар ине. Күп тә үтмәй унан «ҡара ҡағыҙ»ҙа алдыҡ,--ти.
ОБД Мемориал а шулай уҡ Яҡшымбәтов Хәсән Мөхәмәт улы (Мәхмүт яңылыш яҙылған), 1897 йылғы, Баймаҡ районының Моҡас ауылында тыуған, 676 СП, 15 СД, ефрейтор, отделение командиры,28.06.1942 йылда хәбәрһеҙ юғалған тигән яҙыу ҙа бар. Әммә ул Польшала, Германияла пленда була. Совет һалдаттары Еңеү яулағас, плендағылар Тыуған илгә Германиянан малдар ҡыуып алып ҡайта. Илдә тыныслыҡ урынлашһа ла тотҡонда булғандарҙы тыуған ерҙәренә ҡайтармайҙар, Донбасҡа күмер шахтаһына эшкә ебәрәләр. 1946 йылда Әбдрәхмән еҙнәләре Хәсән Мәхмүт улының иҫән булыуын белеп ҡалып, ил башлығына балалар етем тип хат яҙып, атайҙарын ҡайтартып ала.
45 йәше тулыр алдынан фронтҡа киткән Хөсәйен Яҡшымбәтов фашистарҙы ҡыуып Берлинғаса барып еткән. Түше тулы орден-миҙал була.
Тыныс тормошта Хөсәйен Йомағужа улы ауыл хужалығын тергеҙгән, ергә хеҙмәт итеп, балаларын баҡҡан. 1967 йылда үлер алдынан ғына уға «Батырлыҡ өсөн» миҙалын тапшыралар. Уның менән бергә Иҫке Сибайҙан Әхмәҙи Янбаев та ошо уҡ миҙалға лайыҡ була. Шулай итеп һуғыш бөтөүгә 2 тиҫтә йылдан ашыу үткәс кенә награда үҙ эйәләрен эҙләп таба.
-Миҙалын алған мәлдә ул ныҡ ауырый ине. Бер ай үтеүгә атайым күҙҙәрен мәңгелеккә йомдо,--ти инәй, күҙҙәренә йәш алып.
Атаһының һуғыштан ҡайтҡанын бөгөнгөләй яҡшы хәтерләй . Ул ваҡытта 16 йәшлек Мөхтәрәмә торфта икмәк хаҡына эшләп йөрөгән була.
Башта унан хат менән посылка алалар. 4 ҡыҙына 4 пар итек ебәрә ул. Хатында тиҙҙән ҡайтасағын белдерә. Посылка алып килгән кеше әсәһенә: «Ҡыҙҙарыңа шуның сама итек нимәгә, бер парын ҡалдырһаң да етер, алмашлап кейерҙәр. Ҡалғандарын миңә һат, ирең һуғыштан ҡайтыуға он, башҡа ризыҡ алырһың»,-- ти. Әсәһе ризалаша. Күп тә үтмәй уларға 1 тоҡ он алып киләләр. Шул арала әсәһе ҡамыр баҫып, мейескә яғып, бешереп бер нисә икмәк һөйәп тә ҡуя. Төндә атаһы ҡайтып инә. Худолазтан (Төйәләҫ ауылы) ат менән алып киләләр.
-Атайым ҡайтҡанда төн ине, барыбыҙ ҙа тороп ултырҙыҡ. Ҡыуанысымдан мин ауыл буйлап йүгерҙем, һәр өйҙөң тәҙрәһен туҡылдатып беҙгә барығыҙ, атайым ҡайтты!—тип бөтә ауыл халҡын саҡырып ҡайттым. Кешеләр килә башланы, баяғы икмәктәрҙе ҡырҡып әсәйем килгән кешеләрҙе һыйларға тотондо,--тип бәхетле мәлдәрен дә барланы оло йәштәге инәй.
Һуғыш хәтирәләренә бирелеп, Мөхтәрәмә Йомағужа үҙ тормошон бәйән итеүҙән ситкәрәк китте. Һуғыш башланғанда уға 12 йәш була. Ул ваҡытта Икенсе Моҡаста 4 йыллыҡ мәктәп була, шунда башланғыс белем ала. Артабан уҡыу теймәй, эшкә егелә, йәй өлкәндәр менән ҡуша бесән эшләй, ҡыш мал ҡарай, яҙын сеялкаға сәскес тағып йөрөй.
-Һуғыш осоронда юҡсылыҡ булды. Әммә беҙ ҡаты аслыҡ күрҙек тип әйтә алмайым. Беҙҙең «Игенсе» колхозы рәйесе Хәйбулла Юлбарисов һәйбәт кеше булды, иген алығыҙ, әммә тотолмағыҙ, тип киҫәтә торғайны.1945 йылда иген уңды, илгә тыныслыҡ килеү менән, күңелдәр көрәйҙе, ир-егеттәр һуғыштан ҡайтты, йәшәү бер аҙ еңеләйҙе,--тип иҫкә ала бала сағын, үҫмер йылдарын инәй.
1947 йылда һуғыш осоронда эшләгән өсөн ҡыҙҙы миҙал менән бүләкләйҙәр. Унан тыш Еңеүҙең 30,40, 50 йыллыҡ юбилей миҙалдары бар.
Йәш кенә көйөнсә Мөхтәрәмәне атаһы Төркмән ауылынан ҡыҙынан 10 йәшкә өлкән иргә кейәүгә бирә. Уның ҡатыны бәпәйҙән һуң өҙлөгөп тора алмай ятҡан була.
-Минең Белоретта урман ҡырҡыуға барған саҡта һөйләшеп йөрөгән егетем бар ине. Тик бергә булырға яҙманы, урмандан ҡайтыуыбыҙға атайым мине кейәүгә бирҙе. Ирем насар кеше лә булманы, ҡаҡманы, һуҡманы, әммә яратманы ла. Ҡәйнә-ҡайным менән һәйбәт аралашам, уларҙы ҡарайым, ә ирем менән һөйләшер һүҙебеҙ булманы. Йәнебеҙ-тәнебеҙ ҙә берекмәне,--ти инәй.-Тәүге ҡыҙым тыуып үлде. Сабыйым үлгәс, атайыма алып ҡайт мине, тип илағайным, йәлләне, шикелле. Ул ваҡытта иремдең тәүге ҡатыны ла һауыҡҡайны. Ул да миңә ҡайтма, көндәштәр булып йәшәйек, тиһә лә күнмәнем. Айырылып ҡайтҡас ҡыҙым Миңзәлә тыуҙы. Сибайҙа төҙөлөшкә эшкә төштөм, 10 йыл төрлө эштәрҙә йөрөнөм, 1964 йылдан алып 1984 йылға ҡәҙәр 4-се разрядлы ташсы булып эшләнем. 1961 йылда машина менән карьер төбөнән таш сығарған мәлдә производство йәрәхәте алдым. Тейәгән ташыбыҙ шыуып төшөп кабинаны баҫты, башым ярылды. Һауыға алмай ныҡ ыҙаланым, шулай ҙа телерелеп киттем, ярам башымда булһа ла алайҙа мейемә зарар килмәгән. 97 йәшемә етеп килгәндә лә аңым теүәл, элеккеләрҙе ап-асыҡ хәтерләйем. Үҙ аҡылымда, үҙ аяғымдамын да ул, һаулығым самалы. 95 йәшемә ҡәҙәр намаҙ уҡыным, әле лә зикер әйтеп тәсбих тартыуҙан туҡтамайым, һуңғы арала ҡан баҫымым күтәрелеп йонсота.
Мөхтәрәмә Яҡшымбәтова 1984 йылда 55 йәшендә хаҡлы ялға сыҡҡан. Бер бөртөк ҡыҙы Миңзәләне, уның ҡыҙы Альбинаны ер ҡуйынына һалған. Әлеге мәлдә ҡарт өләсәһен ейәнсәре Альбинаның ҡыҙы--бүләсәре Дарья ҡарай. Дарьяның 2 йәшлек ҡыҙы—тыуасары Таисия үҫеп килә. Сибайҙа йәшәгән берҙән-бер ейәне Илфат Бикбирҙин да өләсәһенә терәк-таяныс. Ул вахта ысулы менән Силәбелә эшләй. Ҡатыны Альмира Бикбирҙина уҡытыусы. Ҡыҙы Айназа медицина университетында уҡый. Улы Илһаметдин Сибай ҡалаһының күп профилле профессиональ колледжы студенты.
-Ейәнем Илфаттың ғаиләһенең уңыштарына, дүртенсе быуыным Таисия тыуасарымды күреп йыуанып ултырам. Хан һарайымда бер үҙем торам. Үҙемә нимә кәрәк бешереп ашайым. «Азатлыҡ» комплекслы социаль хеҙмәтләндереү үҙәге ҡарамағына алынғанмын, социаль хеҙмәткәр килеп ярҙамлаша. Күршеләрем күҙ-ҡолаҡ булып тора. Зарығып китһәм, һағынһам, такси саҡыртам да Дарья бүләсәремдең барып хәлдәрен беләм. Ул үҙе лә миңә йыш килә, йыуындыра, ашата. Телефондан туҡтауһыҙ шылтырата,--тип ҡыуана Мөхтәрәмә инәй.
Үрҙә әйтеүебеҙсә, Мөхтәрәмә Хөсәйен ҡыҙының иң бәләкәй һеңлеһе 89 йәш менән барған Бибинур Хөсәйен ҡыҙы иҫән. Ул Иҫке Сибайҙа йәшәгән, ире Көмөшбай Янбаев менән 6 бала тәрбиәләп үҫтергән. Әлеге көндә уны Арҡайым ҡасабаһындағы ҡыҙы Рәсимә баға.-Кинйәкәүебеҙ минән алда мәңгелек йортҡа китмәһен инде, тип теләйем—ти инәй.-Шулай уҡ Арҡайымдан элек төҙөлөштә бергә эшләгән Аҫылбикә Ғатаулла ҡыҙы, уның күршеһе Резеда йыш хәлемде белә. Ғатаулла ағай хәйер бирһәгеҙ Мөхтәрәмәгә бирегеҙ тип әйтеп ҡалдырған. Резеда инде сумка-сумка ризыҡ алып килә. Рәхмәт барыһына ла, сауаптарын шасип итһен!
Мөхтәрәмә Хөсәйен ҡыҙы үҙе әйтеүенсә, 97 йыл ғүмере эсендә яҡшыһын да, яманын да күп күргән. Уның йәштәргә әйтер һүҙе бар: «Араҡынан һаҡ булығыҙ, кеше эсеүҙе мискәнән түгел, рюмканан башлай. Шуға ла рюмка тотмағыҙ! Алламдан ялынып һораным эскелектән сығар, тип. Беҙҙең заманда шул нәмә ныҡ булды. Күп афәттәргә тап шул яуыз арҡаһында юлығаһың. Эсергә өйрәнмәгеҙ, ҡулығыҙға ла тотмағыҙ! Хеҙмәтте һөйөгөҙ, ҡулығыҙ эш белһә, ас булмаҫһығыҙ»,--ти.
Мөхтәрәмә Хөсәйен ҡыҙының бер быуатҡа яҡын ғүмерендә тотош ил тарихы сағылыш таба. Ул башҡа һуғыш булмаһын, уны балаларыбыҙ күрмәһен тип ныҡ теләһәк тә, әлеге көндә илдә тыныслыҡ юҡ, аҫыл ир-егеттәребеҙҙең ғүмерҙәре өҙөлә, тип әсенә. Әйткәндәй, 12 йәшенә эшләгән һуғыш осоро балаһы 2001 йылдың 25 сентябрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны танытмаһын алған, йәғни, ул һуғыш ветерандарына тиңләштерелгән «Ветерандар тураһындағы» Федераль закондың 20-се статьяһына ярашлы тәғәйенләнгән ташламалар менән ҡуллана.
Гөлдәр Ҡадаева.
Фотола: Әбүбәкир Рәсүлевтың бригадаһы 24-се бригада төҙөүселәре.
Баҫып тора: Мөкәрәмә Яҡшымбәтова-Байтимерова, ултыра Сабира Исламғолова, Мөхтәрәмә Яҡшымбәтова.
Фотолар Мөхтәрәмә Яҡшымбәтованың шәхси архивынан.