Быйыл уға 48 йәш тула. Ат йылы яҡынлашып килгәндә ат һыны төшөрөлгән алмазлы мозаикалар алып 3 календарь эшләп ҡуйҙым. Испаниянан бынан 20 йыл элек алып ҡайтҡан атлы сувенирҙарҙы күҙ алдына ултырттым. Әммә
мине 1941 йылдың декабрендә мобилизацияланып, 1947 йылда тыуған яғына ҡайтҡан легендар «Керчь» ҡушаматлы ат тураһындағы тарих хайран ҡалдырҙы. Ул Берлинға барып еткән һәм тағы ике йыл шунда хеҙмәт иткән. Уның хаҡында Мәскәүҙә йәшәгән артист улым Арсен Кәримов аша хәбәрҙар булдым. Сөнки улымды Миәкә районының Илсеғол ауылына «Ҡорос» («Керчь») ҡушаматлы атҡа һәйкәл асыуға махсус йырларға саҡырғандар. Арсен тантанала Әлфиә Агеева тап шул атҡа арнап яҙған «Керчь» йырын башҡарған.
Миәкә районының Илсеғол ауылынан «Ҡорос» («Керчь») ҡушаматлы яугир ат 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышынан тыуған яғына ҡайта алған берҙән-бер аты була. Дүрт йыл эсендә «Керчь» Уралдан Берлинғаса хәрби юл үтеп, ике тапҡыр яралана. Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандарының хәтирәләре буйынса, «Керчь» башҡа аттарҙан ныҡ һәм сыҙамлы булыуы менән айырылып тора, айғыр холҡо менән дә үҙен күрһәтә--ул бары бер хужаға ғына буйһона. 1947 йылда «Керч»тың героик хәрби юлы тураһында белеп ҡалған маршал Семен Буденный айғырҙы туҡтауһыҙ һоло менән тәьмин итергә ҡушып, тыуған Илсеғол ауылына ҡайтарта.
«Керчь»—оҙон муйынлы, текә башлы, тура тояҡлы, киң күкрәкле, маңлайында аҡ йондоҙ тамғалы арғымаҡ була. Ул 1936 йылда тыуған, ә 1941 йылда уны Өфө ат заводы һатып ала һәм Миәкә районының «Большевик» колхозына алып киләләр. Шул уҡ йәйҙә ул район һабантуйында бәйгелә беренсе урынды ала. Ауыл ҡарттары атты үҙҙәренсә «Кериш» тип йөрөтә.
Атты 1941йылда 112-се башҡорт дивизияһына алалар. Һөйләүҙәренсә, генерал М.Шайморатов уны беренсе күреүҙән үк «аҡыллы ҡолон», тигән. «Керчь» бер нисә ай буйына аттар, һалдаттар менән һуғышҡа әҙерлек үтә. Ул ваҡытта аттарҙы һуғышҡа өйрәтеүгә ныҡ иғтибар бирелгән. Уларҙы снаряд шартлауҙан, мылтыҡ, пулемет тауыштарынан өркмәҫкә өйрәткәндәр. «Керчь» бик аҡыллы һәм яҡшы өйрәтелгән ат булып сыға. Уның һуғыштағы батырлығы ат башы төшөрөлгән миҙал менән бүләкләнә. Һуғышта 2 тапҡыр яралана, тиҙ арала сафҡа сығып, яуға китә.
Үрҙә яҙыуымса, уны Буденный һуғышҡа алынған ауылына Илсеғолға ҡайтарта.
Атты Раевка станцияһына тиклем (ауылына 30 саҡрым арауыҡ ҡала) тимер юлы менән тауар ташыу вагонында алып киләләр. Ауыл халҡы һөйләүенсә, станциянан атты арбаға йүгәне менән бәйләп, ауылға алып киләләр. Илсеғолға ҡәҙәр аҙ ғына ара ҡалғас, ул ҡапыл ерлекте танып ҡалып, кешнәп, йүгәнен өҙөп ҡаса. Ауылға килеп ингәс тә туҡтай алмай, мин ҡайттым тигән һымаҡ бер нисә тапҡыр урап сыға. Атты оҙатып килгән һалдаттар һәм ауыл халҡы был күренештән күҙ йәштәрен йәшерә алмай. Ҡарттар һөйләүенсә, «Керчь» ҡартайғас, уны бер һуғыш ветераны, милләте буйынса рус кеше һатып ала һәм ғүмеренең аҙағынаса уны матур итеп аҫрай һәм уны батырҙарса, хөрмәтләп ерләй.
Былтыр март айында республика Башлығы Радий Хәбиров «Керчь» ҡушаматлы хәрби ат тураһында ижади проект эшләргә ҡушты. Ул Миәкә районына Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡан берҙән-бер аттың һәйкәлен ҡарарға шәхсән барҙы. Был аттың тарихы буйынса фильм төшөрөргә тәҡдим итте.
Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафиндың легендар атҡа арналған пьесаһы буйынса спектакль ҡуйылды.
Был аттың тарихын белгәс, һәйкәл асыуҙа Арсен улым уға арнап йырлаған йырҙы ҡат-ҡат тыңланым, тетрәндем, кисерештәр аҫтында Әлфиә Агееваның «Керчь» йырын башҡортсаға тәржемә иттем.
Һандуғастар һайрай, таң атҡанда,
Зөһрә йондоҙлоғон болот ҡаплаған.
Дошмандарҙан яугир башҡорт батыры
Толпар аты менән илен һаҡлаған
Уттар, һыуҙар нисек алға сапты,
Уралдан Берлинғаса «Керчь арғымаҡ!
Яраларҙан тәнең теленһә лә,
Ҡыйыу һалдатыңды һаҡланың һәр саҡ.
Салауат күпере зәңгәр күктә ҡалҡып,
Йәмле яҙ көндәре еңеү килтерҙе.
Рәхмәтле Буденный тик һиңә генә бит
Тыуған яҡҡа юлға фатиха бирҙе.
Иҫерткес мәтрүшкә, әрем еҫтәре,
Ашҡындырта изге тупраҡ, тыуған яҡ.
Хәтерләтеп йәшел туғай буйҙарын,
Өйөр йылҡыларын, ә һин--ҡолонсаҡ.
Айһылыу Кәримова.
Сибай ҡалаһы.