Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнде. Сибай ҡалаһында йәшәүсе һуғыш осоро балаһы Тимербулат (Тимур) Абаҡов Граждандар, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атаһы Әмирхан Әхмәт улы Абаҡов һәм бер туған апаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәрйәм Абаҡова хаҡында яҙыуыбыҙҙы үтенде. Мәҡәлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Бәҙри Мәмбәтҡолов, йәмәғәт хәбәрсе Айрат Йыһаншиндың мәғлүмәттәрен ҡулланып яҙылды.
Әмирхан Абаҡов 1898 йылда Һамар губернаһының Күсембәт ауылында тыуған. Әмирхандың атаһы Әхмәт Абаҡов батрак булған. Ауыл батрагының тормошо еңелдән булмай. Ата-әсәһе иртә мәрхүм булғас ул бала ғына көйөнсә 12 йәшендә помещик Мальцевҡа ялланып көн күрә. 14 йәшенән Түбәнге Уральск күн заводынада эшләй башлай.
Әмирхан Абаҡов бөтә тормошон Совет власын, яңы тормош төҙөүгә бағышлай. Бөйөк Революцияһы ғына уға яҡты тормошҡа юл аса.
1918 йылда Әмирхан Абаҡовты Ҡыҙыл Армия сафына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Батырхан ҡустыһы менән икәүләшеп Граждандар һуғышында ҡатнаша. Әмирхан башта Чапаев дивизияһында аҡтарға ҡаршы көрәшә. Бер аҙҙан уны Башҡортостандың Бәләбәй яғындағы башҡорт хәрби часына ебәрәләр. 1918-1921 йылдарҙа Башҡорт бригадаһының айырым полкында хеҙмәт итә. Бында ойошторолған отрядты Петроградты Юденичтан һаҡлауға йүнәлтәләр. Яугир башҡорт отрядтары менән бергә аҡ поляктарға ҡаршы көрәшә. Ул эскандрон командирының ярҙамсыһы була. Әмирхан Абаҡовтың тормошо илебеҙ яҙмышы менән ауаздаш. Ир-егет 1922 йылда ғына өйөнә ҡайта. Ул ваҡытта уның өйө Һарытау өлкәһендә була. Был яҡтарҙа аҡ гвардия отрядтары күп була. Әмирхан Абаҡов уларға ҡаршы көрәшкә баҫа. Пугачев ротаһына ҡушылып бандаларҙы бөтөрөүгә өлөш индерә.
Яҡташыбыҙ Лениндың ҡалаһын дошмандарҙан яҡлай. 1923-1924 йылда Һамар губернаһының коммунистар партияһы курсанты була. Уҡып бөткәндән һуң Пугачев уезының Имлай ауылында партия ойошмаһы секретары була. 2 йыл дауамында Урта Волга өлкәһенең Күсембәт ауылының кредит товариществоһында рәйес вазифаһын башҡара. 1927-1931 йылдарҙа Урта Волга өлкәһенең Перелюбский районының К.Маркс исемендәге колхозда партком секретары була. Артабан 2 йыл дауамында Ҡазан коммунистар университетында уҡый. Уны тамамлағас Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районына эшкә ебәрелә. Богачевка совхозында директор урынбаҫары булып эшләй. 1934-1935 йылдарҙа Әмирхан Әхмәт улын Икенсе Этҡол ауылындағы урман хужалығына рабочком рәйесе итеп һайлайҙар. 8 йыл дауамында 1943 йылға ҡәҙәр партияның Баймаҡ райкомында секретарь, инструктор булып эшләй.
Ил инде аяғына баҫты тигәндә немец илбаҫарҙары Советтар Союзына һөжүм итә. Ир-егеттәр ил һағына баҫа. Граждандар һуғышында сынығыу алған Әмирхан Абаҡов 1943 йылдың ҡышында фронтҡа алына.
Бөйөк Ватан һуғышында Әмирхан Абаҡов 6-сы гвардия Чернигов дивизияһының 148-се артиллерия миномет полкының 3-сө батареяһы наводчигы була. Башҡорт кавалерия дивизияһы составында ла хеҙмәт итә. Артиллерия полкында ул орудия командиры була. Шул уҡ ваҡытта артбатареяның партия ойошмаһы секретары ла итеп һайлана. 1944 йылда яугир артполк вәкиле һәм партия хеҙмәткәре булараҡ Любленск ҡалаһындағы Майданик концлагерында фашист яуызлығыҡтарын фашлауҙа ҡатнаша.
Яуҙарҙың береһендә ҡаты яралана. Оҙаҡ ваҡыт Чита ҡалаһының 39-сы эвагоспиталендә дауалана.
Әмирхан Әхмәт улы 2 “Ҡыҙыл Йондоҙ”, 1-се дәрәжәле Бөйөк Ватан һуғышы ордендары менән наградланған. Һуғыштан ҡайтҡас Баймаҡ районында төрлө вазифалар биләй. Хаҡлы ялға сыҡҡансы совхоз менән етәкселек итә, йыл да партия ойошмаһы секретары итеп һайлана. Халыҡ менән эшләгән, уның мәнфәғәтен ҡайғыртҡан ир-егет тыныс тормошта партия сафында ҡалып, коммунизм төҙөүгә, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә тос өлөш индерә.
1969 йылдан Сибай ҡалаһында йәшәй. Коммунист Әмирхан Абаҡов 1920 йылдан партия сафында тора. Хеҙмәт ветераны, РСФСР-ҙың персональ пенсионеры була.
Әмирхан Әхмәт улы Ватифа менән 5 бала--1 ул һәм 4 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.
Баш балалары Мәрйәм 1924 йылдың 31 декабрендә Һарытау өлкәһенең Перелюбский районы Күсембәт ауылында тыуған. 1942 йыл аҙағында Баймаҡ районының Икенсе Этҡол мәктәбенең 10-сы класында уҡып йөрөгән еренән үҙ теләге менән фронтҡа китә. Горький ҡалаһында радистар курсын тамамлағас алғы ҡыҙыҡҡа ебәрелә. 1943 йылдан алып 1945 йылдың авгусына ҡәҙәр Көньяҡ-көнбайыш фронтының 46-сы айырым элемтәселәр батальонында радистка булып хеҙмәт итә.
Берлинғаса балып етә. 1945 йылдың 9 майында Бөйөк Еңеү көнөндә ул Рейхстаг стенаһына “Мин Башҡортостандан, Баймаҡ районынан. Абаҡова Мәрйәм” тип яҙа.
Ҡыйыу ҡыҙ бик күп наградаларға эйә була. Шулар араһында иң әһәмиәтлеһе--1-се дәрәжәле Бөйөк Ватан һуғышы ордены, “Германияны еңгән өсөн” миҙалы айырым урын биләй.
Һуғыштан һуң 1951-1957 йылдарҙа Германия Халыҡ Республикаһындағы Совет Армияһы ғәскәрҙәрендә бухгалтер булып эшләй. Һуңынан Сибай ҡалаһына ҡайта һәм СМПК-4 өлкән бухгалтер вазифаһын башҡара. Ветеран 1987 йылдың мартында вафат була.
Абаҡовтарҙың Хәҙисә, Нурия исемле ҡыҙҙары Урта Азияла йәшәй. Венера һәм Тимур Сибайҙа төпләнә.
Шулай итеп, атайлы-ҡыҙлы Абаҡовтар Бөйөк Еңеүҙе яулауға тос өлөш индерә, дошманды еңеүгә барлыҡ көсөн һала. Уларҙың батырлығы, ҡыйыулығы, ил алдында намыҫ менән үтәгән бурысы онотолмай. Ветерандарҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре, яҡындары, яҡташтары улар менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана.
Гөлдәр Ҡадаева.