-Беҙ, беренсе фронт ижади бригада артистары булараҡ, Ленинград хәрби округының фронт ижади бригадаһы составында яратҡан ҡалабыҙға командировкаға килдек. Ә былай беҙ ваҡыт махсус хәрби операция биләмәһендә булып, һалдаттарҙың рухын, дәртен күтәреү өсөн фронт һыҙығы буйлап йөрөп концерт ҡуябыҙ,--тине Фларид Бирғәлин. -Башҡортостанға, Сибайға Армия мәҙәниәте көндәренә киләсәгебеҙҙе белгәс, бик шатландыҡ, сөнки сәхнәне һағындырҙы. Алғы һыҙатта сәхнә юҡ, блиндаждарҙа, окоптарҙа һәм подвалдарҙа сығыш яһайбыҙ,--тип өҫтәне Әлфир Заманов.
Фларид Бирғәлин фронт ижади бригадаларының нисек барлыҡҡа килеүе хаҡында ла һөйләне. Сибай ҡалаһы ир-егеттәренең өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс «Шайморатов генерал» йырын йырлап, дәррәү рух менән ил саҡырғас яуға китеүе хаҡындағы яҙма киң билдәлелек алғас, беренсе фронт ижади бригадаһын булдырырға ҡарар итәләр, уларҙы Мәскәүгә саҡыралар.
Әйткәндәй, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һалдаттарҙың рухын, дәртен күтәреү маҡсатында ике меңгә яҡын ошондай бригада булдырылған. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операция биләмәһендә дүрт бригада эшләй. Улар тарафынан алғы һыҙыҡта ике меңгә яҡын концерт ҡуйылған.
-Һәр нотала, һәр йырҙа яңғыраған илһөйәрлек рухы һәм Ватанға һөйөү беҙҙең йөрәктәребеҙ һәм күңелдәребеҙ аша үтә,--тип белдерҙе яҡташ яугир йырсыларыбыҙ.
Тамашасылар шулай уҡ Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Александр Вершинин, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ләйсән Минғазова, Никита Филаретов, Юлай Имамутдинов һәм Хәйҙәр Хәмидуллиндың партиотик рух, Ватанға һөйөү менән һуғарылған йыр-моңдарын дәртләнеп тыңланы.
Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Озерцов артистарҙы Сибай ерендә ихлас сәләмләп уларҙың барыһына ла хакимиәтттең Рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Филармония фойеһында Балалар сәнғәт мәктәбе, музей ирекмәндәре һәм хәрби-патриотик клубтар хәрби тематикаға арналған планшетлы һәм фото-күргәҙмәләр ойошторҙо.
-Башҡортостанға, шул иҫәптән Сибайға Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығының мәҙәниәт департаменты саҡырыуы буйынса Армия мәҙәниәте көндәренә килдек. Концертҡа тиклем музыка мәктәбендәге балалар менән аралашҡанда Александров исемендәге легендар йыр һәм бейеү ансамбле тураһында белмәүҙәре күңелде ҡырҙы. Хәрби-патриотик тәрбиәләү вазифабыҙҙы үтәр өсөн даими рәүештә ил буйлап гастролдә йөрөйбөҙ. Улай ғына ла түгел Армия мәҙәниәтен бөтә донъяға танытабыҙ. Концерт программаһы артистарҙың мөмкинлектәренән сығып төҙөлдө: эстрада йырҙары, хәрби-патриотик, классик әҫәрҙәр яңғырай, ҡурай, баян, торбала уйнайбыҙ. Александров ансамбле хәрби классиканы башҡара,--тине «Ҡыҙыл йондоҙ» йыр һәм бейеү ансамбле солисы Юлай Имамутдинов.
Артабан һүҙҙе А.В. Александров исемендәге Рәсәй армияһының ике тапҡыр «Ҡыҙыл Байраҡ» орденына лайыҡ булған академик ансамбле артисы Никита Филаретов алды:
-«Шайморатов генерал» йырын башҡорт телендә башҡарам. Йырҙың һүҙҙәрен ятлауы еңелдән булманы. Беҙҙең төп бурысыбыҙ--бөйөк музыкаль мираҫты быуындан-быуынға тапшырыу. Александра Пахмутова, Давид Тухманов, Арно Бабаджанян һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен тамашасыларға еткерәбеҙ. Мин башҡорт ерендә тәүгә сығыш яһауыма шатмын. Бик ғәжәйеп төбәк--тәбиғәте иҫ киткес матур.
Артабан артистар гастролен Белорет, Өфө, Октябрьскийҙа дауам итте.
Гөлдәр Ҡадаева.