Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
18 Июнь 2025, 17:10

«Кәрим» мәсете иманға әйҙәй

Баймаҡ районының Беренсе Моҡас ауылында «Кәрим» мәсете асылды. Иман йортон төҙөүгә эшҡыуар Фәнис Кәримов бура алып биреп, изге эшкә баш һалһа, моҡастар уны дәррәү күтәреп алып, дөйөм көс менән 2 йылда мәсетте сафҡа индерҙе. Шулай итеп, Фәнис Кәримов был төбәктә дүртенсе иман йортон төҙөүгә булышлыҡ итте. Баймаҡ районында иһә яңы мәсет 72-сеһе булып иҫәпләнә. Моҡастарҙың ҡыуаныстарын уртаҡлашырға Баймаҡ районы һәм ҡалаһының имам-мөхтәсибе Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин, Моҡас ауылы биләмәһе башлығы Гөлназ Хажина, хажи Фәнис Кәримов, эргә-тирәләге ауылдарҙың имам-хатибтары, мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды.

«Кәрим» мәсете иманға әйҙәй
«Кәрим» мәсете иманға әйҙәй

Сибай ҡалаһына яҡын ғына ятҡан Беренсе Моҡас ауылында уңған халыҡ йәшәй. -Бөгөн беҙ тарихи ваҡиғаға шаһит булдыҡ—мәсет асыуҙа ҡатнашабыҙ. Фәнис Йәноҙаҡ улы Кәримов иман йортона нигеҙ һалып, буралар һәм башҡа күп эштәре менән ярҙам итһә, ауыл халҡы мәсет төҙөүгә дәррәү ҡушылды. Кемдер ҡул көсө менән төҙөлөш эштәрен атҡарышһа, ситтә йәшәүсе ауылдаштар аҡсалата ярҙам итте. Ғөмүмән, һәр кем мәсеткә үҙ өлөшөн индерҙе. Берҙәмлектә-көс, тигәндәй бергәләп мәсетте асыу тантанаһына өлгөрттөләр. Афарин, ауылдың уңған ҡыҙҙары, килендәре, оҫта ҡуллы улдары, кейәүҙәре!—тине мәсетте асыу тантанаһында Моҡас ауылы биләмәһе башлығы Гөлназ Айрат ҡыҙы.

-Мәсеттә аҙан тауыштары яңғырап, халыҡты иманға әйҙәһен! Юл эсендә ятҡан ауылға инеп дин ҡәрҙәштәр намаҙ уҡып сыҡһын! Шундай күркәм, матур йортто булдырыуға барлыҡ көстәрен һалған ир-егеттәргә, мәсет эсендә ҡот, йәм булдырыусы ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт! Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ, йорт-ил тыныс булһын, шулай һәр саҡ берҙәм булығыҙ! Ҡылған изгелектәрегеҙҙең сауаптарын насип итһен!—тип теләктәрен еткерҙе Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин.-«Кәрим» мәсетендә имам-хатиб вазифаһын Мөбәрәк Иҫәнбаев башҡарасаҡ. Ҡаҙнасыһы, мәсет төҙөгәндә иғәнә йыйған Гүзәл Шәрипова була.

Иман йортон асыуҙа ҡатнашыусылар барыһы ла бүләк, күстәнәс алып килгән. Мәсет асылып, дин ҡәрҙәштәр уның эсенә инеп сәләм намаҙы уҡығандан һуң, мәктәп бинаһында ҡорбан ашы ашатылды. Ҡорбанды изге эшкә нигеҙ һалыусы хажи Фәнис Кәримов салған. Мул табын дөйөм көс менән әҙерләнгән.

«Күмәкләгән—яу ҡайтарған», тип юҡҡа ғына әйтелмәй. Моҡастар һуңғы арала, ысынлап та, әүҙемләште. Мәсет төҙөү менән бер рәттән Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап «Ҡаһарман халҡым минең» китабын сығарыуға өлөш индерҙе. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, ауылдашыбыҙ Әлнисә Алдырханова-Кәримова 1-се һәм 2-се Моҡас ауылының Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре, Афған, Чечня, Украина тарафтарында көрәшкән батыр ир-егеттәр, тыл хеҙмәтсәндәре, уларҙың ғаиләләре тураһында мәғлүмәттәр, ауылдаштар, уларҙың шәжәрәләре, ике ауылдың тарихын, үткәнен һәм бөгөнгөһөн бер йыйынтыҡҡа туплап, шәп китап итеп сығарҙы.

Моҡастар быйыл шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына бағышлап ҡуйылған обелискты үҙ көстәре менән тәртипкә килтергән. Ауыл халҡы дөйөм йылылыш уҙғарып, зәңгәр яғыулыҡҡа тоташыу мәсьәләһен хәл иткән. Урамдарға газ торбаларын «Газпром» йәмғиәте бушлай һуҙһа, шәхси йорттарға үткәреү өсөн ғаризалар ҡабул итәләр.

Гөлдәр Ҡадаева.

 

«Кәрим» мәсете иманға әйҙәй
«Кәрим» мәсете иманға әйҙәй
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас