Район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы, Хәйбулла районының халыҡ сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Миңзифа Ишемғолова түбәндәгеләрҙе билдәләне:
—Тәүге конкурста Камил Илембәтов (Әбеш ауылы) гран-приға лайыҡ булды, икенсеһендә – Рәмил Ҡотдосов (Ғафури районы), өсөнсөһөндә Илдар Юнысов (Аҡъяр ауылы) еңеү яуланы. Быйылғы бәйге Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналасаҡ. Быға тиклем конкурс төбәк-ара кимәлдә үткәрелһә, хәҙер ул тәүге тапҡыр республика кимәлендә һәм ике йәш категорияһында (16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәнерәк) ойоштороласаҡ. Күп яҡлы талант эйәһе Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев сәсән, йыраусы, ҡобайырсы, мөнәжәтсе, бәйетсе булды. Быйыл бәйгелә ике гран-при буласаҡ – йыраусылар, оҙон көйҙәрҙе, халыҡ йырҙарын башҡарыусылар һәм ҡобайырҙар, нәсихәттәр, мөнәжәттәр башҡарыусылар араһында. Бәйгеселәрҙе абруйлы жюри баһалаясаҡ. Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың репертуарынан бер эпос, бәйет әйтеү, оҙон көй, мөнәжәт, нәсихәт,ҡобайыр көйләү – бәйге шарттарының береһе булып тора. Сәсәндәр һәм йыраусыларҙы, Мөхәмәтйән Абдулла улының ижадын һөйөүселәрҙе «Сәсән һүҙе нур сәсә» республика бәйгеһендә көтөп ҡалабыҙ,--ти Миңзифа Ибраһим ҡыҙы.
Р.Алтынбаев.