Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
30 Май 2025, 09:30

Һуғыш михнәттәре онотолмай

  Сибай “Арҡайым” балалар баҡсаһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар, Махсус хәрби операциялағыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылдары сиктәрендә “Ялҡынлы йылдар хәтере” тип исемләнгән методик ҡулланма баҫтырып сығарып, уның исем туйын үткәрҙе. Сара барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға “Ҡотолоу беләҙеге” үреү буйынса оҫталыҡ дәресе лә үткәрелде. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, ысын мәғәнәһендә, бөтә халыҡ байрамы. Илебеҙ тарихына ҡан менән яҙылған тарихи дата бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Бөйөк Еңеү барыбыҙҙа ғорурлыҡ тойғоһо уята, һәммәбеҙҙе берләштерә. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул йылдарҙың тере шаһиттары--Еңеү бүләк иткән ҡаһарман ветерандарыбыҙ бөгөн бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалды. Һуғыш осоро балалары ҡәһәрле ҡанҡойош күрһәткән михнәттәре илай-илай һөйләй. Үҫеп килгән быуын Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында хәбәрҙар булһын тигән теләктә, тыныс тормошто ата-бабаларыбыҙ үҙ ғүмерҙәрен аямай яулауҙарын аңлатыу, кескәйҙәрҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, ата-әсәләр, тәрбиәләнеүселәр берлектә “Беҙ хәтерҙе мәңге һаҡлайбыҙ!” исемле проект өҫтөндә эшләне. Һөҙөмтәлә батырҙарыбыҙ тураһында бик күп мәғлүмәт тупланды.

Һуғыш михнәттәре онотолмай
Һуғыш михнәттәре онотолмай

 

Унан тыш балалар баҡсаһында һүрәттәр конкурсы, хәрби техника парады, хәрби формалағы ҡурсаҡтар күргәҙмәһе, шиғырҙар бәйгеһе, Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу акцияһы һәм башҡа бик күп саралар уҙғарылды. Эштең һөҙөмтәһе булып йыйынтыҡ сығарылды. Унда 23 ветерандың һуғыш йылдарындығы ҡаһарманлығы, тормош юлы һүрәтләнде.

Китаптың исем туйында мәғариф идаралығының мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем һәм тәрбиә биреү буйынса методисы  Д.Р. Асҡарова, 9-сы лицей директоры Р.Н.Дияров, “Арҡайым” башланғыс мәктәбе-балалар баҡсаһы етәксеһе Р.Р.Кәримова, ҡаланың балалар баҡсаларының өлкән тәрбиәселәре саҡырылды. Сара балаларҙың сығыштары, йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Тарих буйынса “100 һәм 200 йыл үтәсәк, бер кем дә һуғышты онотмаясаҡ!” квест-уйыны үткәрелде. Немец илбаҫарҙарын үҙ илдәрендә дөмөктөрөүгә 80 йыл үтһә лә, неофашизм менән көрәш әле лә дауам итә—Украина ерендә 3 йыл инде махсус хәрби операция бара.

Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙгә ярҙам күрһәтеүҙән туҡтамай. Әлеге көндә бар талаптарға тап килтереп “Ҡотолоу беләҙеге” үреү буйынса эш дауам итә. Йыйынтыҡтың исем туйында ҡатнашыусылар ҙа “беләҙек” үреүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Яугирҙәребеҙ “беләҙектәрҙе” алып ҡыуаныр һәм иҫән-һау тыуған яҡтарына тиҙ арала еңеү менән әйләнеп ҡайтыр тип ышанабыҙ!

Мәүлиҙә Харисова, уҡытыусы-логопед.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас