-5 °С
Ҡар
Яңы паркты йәшелләндереү маҡсатында иң беренсе сиратта Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы сиктәрендә 80 төп ағас ултыртыу планлаштырыла. Ял итеү урынының барлыҡҡа килеүе ауылдың инфраструктураһын үҫтереүгә һәм халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға ҙур өлөш индерәсәк. Быға ҡәҙәр бүребайҙарҙың асыҡ һауала ял итергә һәм спорт менән шөғөлләнергә махсус урындары булманы.
Паркка нигеҙ ташы һалынғандан һуң етәкселәр ауыл халҡы ойошторған "Үлемһеҙ полк" маршына ҡушылды. Артабан улар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре һәйкәлдәренә сәкәләр һалып, фашизмды үҙ ояһында дөмөктөрөүгә күп көс һалған яҡташтарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.