Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
19 Май 2025, 11:05

Бәхил бул, ветеран!

99-сы йәшендә арабыҙҙан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла Мөхәмәт улы Әблүзин китте. Ветеран бөгөн Байыш ауылында ерләнә.  

Бәхил бул, ветеран!
Бәхил бул, ветеран!

ВЕТЕРАН ХАҠЫНДА «АТАЙСАЛ» ГӘЗИТЕНДӘ БИК КҮП МӘҠӘЛӘЛӘР СЫҠТЫ. БЫЙЫЛ 9 МАЙ—ЕҢЕҮ КӨНӨ АЛДЫНАН ДА УЫҢ ХАҠЫНДА КӘРИМӘ УСМАНОВА ЯҘҘЫ:

Дәһшәтле йылдарҙың тере легендаһы—Ғәйзулла Әблүзинде баймаҡтар яҡшы белә. Ул йәш быуында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында мәктәптәрҙә уҡыусылар менән төрлө осрашыуҙарҙа, батырлыҡ дәрестәрендә йыш була, район тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ҡасандыр яугирҙең һәләк булыуы тураһында туғандарына «ҡара ҡағыҙ» килеүгә ҡарамаҫтан, ветеран әле лә сафта. Эйе, 1945 йылдың апрелендә уның һәләк булыуы тураһында хат килә һәм, уның исемен «Хәтер» китабына индереп, Германияның Бреслау ҡалаһында ерләнгән тип яҙып ҡуялар. Әммә, бәхеткә күрә, был яңылышлыҡ булып сыға, ветеран бөгөн дә беҙҙең арала.

Ғәйзулла Мөхәмәт улы
1926 йылда Баймаҡ ра-йонының Байыш ауылында донъяға килә. Ете йәшендә малай атайһыҙ ҡала. Әсәһе уны мәктәптә уҡытыу өсөн бар тырышлығын һала. Ете малайҙан торған Зыяитдин Раҡаев класында белем ала. Дүртенсе класты тамамлағас, артабан уҡырға теләге көслө булыуға ҡарамаҫтан, Ғәйзуллаға уҡыу эләкмәй. «Урғаҙа» колхозында төрлө эш башҡарырға тура килә уға. Һуғыш башланғанда 15 йәшлек үҫмер үҙенә күрә тәжрибәле эшсегә әүерелә. 1943 йылда 17 йәшлек егетте әрмегә саҡыралар.
—Беҙҙе урманда урын-лашҡан Алкин хәрби гарнизонына алып килделәр,—тип хәтер ебен тағата әңгәмәсем.—Мине ни өсөн-дөр башҡаларҙан айырып маҡтай торғайнылар. Күрәһең, шуғалыр кесе командирҙар әҙерләү курсына уҡырға ебәрҙеләр. Дүрт класс белемем менән минән ниндәй командир сыҡһын тип аптырауыма «Һинән сығасаҡ!» тинеләр. Алты ай уҡығандан һуң, Ырымбур өлкәһенең Тоцк хәрби лагерына киттем.
Фронт һыҙығына Ғәй-
зулла Әблүзин 1944 йылдың ноябрендә 359-сы уҡсылар һәм 395-се пехота дивизияһының 6-сы армияһының Беренсе Украина фронты аша эләгә. Ул Көнбайыш Украинаны, Польша ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Ҡаты алыштарҙың береһендә йәш һалдат янында көслө шартлау яңғырай. Контузия алып, ике ай госпиталдә дауалана.
Артабан Ғәйзулла Мөхә-мәт улы йәнә фронтҡа йүнәлә, илебеҙҙең ауыл
һәм ҡалаларын немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү яҙының яҡынлауын гитлерсылар ҙа, совет һалдаттары ла асыҡ тоя. Бигерәк тә Германияның Бреслау (хәҙер Вроцлав) ҡалаһында барған алыш әле булһа ветерандың хәтерендә. Хәрби машиналар етештереүсе ҡеүәтле индустрия үҙәгенә әйләнгән Бреслау янында завод һәм концлагерь урынлашҡан була. Ҡеүәтле ҡәлғәне азат итеү бурысы Ғәйзулла Әблүзин хеҙмәт иткән армия һалдаттары иңенә төшә. Дошмандар ҡәлғә-ҡаланы тиҙ генә ташлап китергә йыйынмай: әле унан, әле тегенән атыу тауыштары яңғырай. Һәр йорт, һәр фатир, һәр подвал, һәр ҡыйыҡ өсөн беҙҙекеләргә көрәшергә тура килә. Фашистарға әсирлеккә эләккәнсе, үле-үен артыҡ күреп, һуңғы көстәренә тиклем алыша. Тап шундай шарттарҙа совет ғәскәре үҙенең бик күп һалдаттарын юғалта.
Баймаҡ һалдаты икенсегә контузия ала, был юлы хәле үтә насар була. Хатта табиптар уның йүнәлеп китеүенә ышанмай, шунлыҡтандыр инде район военкоматына, аҙаҡ әсәһенә уның үлеме хаҡында «ҡара ҡағыҙ» ебәрелә.
Еңеү яҙын ул ауыр хәлдә госпиталдә ҡаршылай. Йәш организм тәрән яраларҙы ла еңә, аҡрынлап Ғәйзулла Мөхәмәт улының сәләмәтлеге яҡшыра һәм яңынан сафҡа баҫа. Һуғыш тамамланғас, уға тыуған яғына тиҙ генә ҡайтырға тура килмәй.
Европаның төрлө ҡала-ларында хеҙмәт итеүен дауам итә. Тыуған яғына 1951 йылда ҡайтып төшә. Фронтовикка Баймаҡтан алты сәғәтлек юғары хеҙмәт хаҡы булған производствола эш тәҡдим ителә. Әммә Ғәйзулла Әблүзин үҙенең ауылына ҡайтып төпләнергә ҡарар итә һәм бар көсөн
ауыл хужалығын үҫтереүгә арнай, намыҫлы хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙана.
1954 йылда Хәмиҙә исемле ҡыҙ менән ғаилә ҡороп, ете балаға ғүмер бирәләр, 57 йыл бәхетле ғүмер кисерәләр. Ғәйзулла Әблүзин 85 йәшкә тиклем ике «тимер ат»ты йүгәнләй. Береһен ҡунаҡҡа һәм Баймаҡҡа барыу өсөн генә файҙалана, ә икенсеһен, үҙе әйтмешләй, «уазигын» хужалыҡ эш-тәренә тотона. Һуғыш михнәттәренә, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға, хатта ауыр тән яраларына ла бирешмәгән ветеран, ҡатыны вафат булғандан һуң, төшөнкөлөккә бирелә, күңеле кителә.
Бөгөн ул Баймаҡ районыТемәс ауылында Гөлсөм ҡыҙы менән бергә йәшәй, тыуған ауылы Ба-йышты ла онотмай. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн», Жуков миҙалдары менән баһаланған. Улар янында тыныс тормошта намыҫлы хеҙмәте өсөн бирелгәндәре лә урын алған, юбилей миҙалдары ла өҫтәлгән. «Бәхетле һәм оҙаҡ йәшәүемдең сере— тормоштан ҡәнәғәт булыуҙа һәм йәйәү йөрөүҙә»,—тип иҫәпләй яугир. Баймаҡ ветераны оҙаҡ йылдар көн һайын саф һауала йөрөй, тормоштан йәм таба, йәшәүенең ҡәҙерен белә. Быйыл һуғыш ветеранына 99 йәш тулды.


Кәримә Усманова.

АВТОР ФОТОҺЫ

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас