Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
13 Май 2025, 12:20

Һеңрәндә һәйкәл асылды

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Баймаҡ районының Дәүләт (Һеңрән) ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, тыл ветерандарына арналған һәйкәл ҡуйылды. Уны асыу тантанаһында ауыл халҡы, Иҫке Сибайҙа йәшәүселәр, “Яҙгөл” халыҡ вокаль-фольклор ансамбле, Иҫке Сибай мәктәбенең 6-сы Шайморатовсылар класы уҡыусылары ҡатнашты. Дәүләт ауылынан һуғышҡа бик күп ир-егеттәр киткән. Уларҙың күбеһе яу яланынан әйләнеп ҡайта алмаған. Дәүләт ауылы элек бер нисә өйҙән генә торһа, хәҙер бында төҙөлөш гөрләй, йәштәр күпләп өй һала. Быға Сибай ҡалаһы яҡын булыуы сәбәп. Шулай уҡ Һеңрәндән күптәр һыу ташып эсә. 

Һеңрәндә һәйкәл асылды
Һеңрәндә һәйкәл асылды

Һеңрән “самауыр”ының һыуы таҙа, тәмле, уны ҡайнатһаң да сәйнүккә ҡомаҡ ултырмай.

Тәбиғәте матур, ҡала яҡын булғанлыҡтан Һеңрәндән йылдың ҡайһы миҙгелендә кеше өҙөлмәй. Ауылда һәйкәл асылыуы бик яҡшы күренеш. Был тарафтарға килеүселәр уның янынан үткән һайын Бөйөк Ватан һуғышында йәнен-тәнен аямай немец илбаҫарҙарына ҡаршы торған ата-бабаларыбыҙҙы ғорурлыҡ менән иҫкә алыр. 

Һеңрәндә һәйкәл асылды
Һеңрәндә һәйкәл асылды
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас