Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
8 Май 2025, 20:50

Утты, һыуҙы кискән

Минең ҡарт ҡартатайым Ғүмәр Ғәббәс улы Юнысов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ул 1923 йылдың декабрендә Хәйбулла районының Бәләкәй Әбеш ауылында тыуған. 12 бала араһында ул иң өлкәне булған. 1942 йылдың майында 18 йәше тулғас хәрби комиссариатҡа саҡырыла һәм фронтҡа алына. Волхов фронтында 146-сы минометсылар полкының 3-сө батареяһында миномет командиры булып яуҙа ҡатнаша. Өлкән сержант Ленинградты обороналауҙа, Праганы, Берлинды алғанда батырлыҡтар күрһәтә. Һуғыш ветеранының түшен “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены, “Ленинградты обороналаған өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Праганы азат иткәне өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары биҙәй. И.В.Сталин һәм башҡа офицерҙарҙан шәхсән рәхмәт тә алған.

Утты, һыуҙы кискән
Утты, һыуҙы кискән

Аҡъюл ауылынан һуғыш һәм хеҙмәт ветераны,2-се төркәм һуғыш инвалиды Х.Р.Ишемғолов район гәзитенә яҙған “Минометсының юлы” мәҡәләһендә фронтта бик күп яҡташтары менән бергә булыуын яҙа. Улар араһында минең ҡарт ҡартатайымды ла телгә ала.

-Хеҙмәткә алынғас, 1942 йылдың майында Шакша станцияһында ойошторолған 146-сы минометсылар полкына эләктем, көнө-төнө хәрбитехниканы үҙләштерҙек. Монголиянан эшелон менән килтерелгән аттарҙы өйрәттек.

1942 йылдың авгусында беҙҙе фронтҡа оҙаттылар. Волховстрой гидро-электр станцияһы аша үтеп, Жихровола туҡталып, Хандрово һәм Мишкино ауылдары янында урынлаштыҡ. Волхов фронтында Ленинград блокадаһын өҙөү өсөн бер ай буйына һөжүм алып барылды. Шул тиклем ауырлыҡтар күрҙек, һалдаттарҙы юғалттыҡ, сафтан сыҡҡан техниканың иҫәбе-һаны булманы. Дошмандың көсө беҙҙекенә ҡарағанда нығыраҡ ине шул. 1944 йылдың ғинуарында ғына Ленинград һәм Волхов фронттарында һөжүм башланып, Ленинградты ҡамауҙан ысҡындырҙыҡ. Беҙҙең 146-сы минометсылар полкын көньяҡҡа күсерҙеләр. Февралдә беҙ Новгород ҡалаһын алдыҡ. Яҙ беҙҙең полк яңынан көс йыйып, Литваның баш ҡалаһы Ригаға табан йүнәлде. Артабан беҙҙең полкты эшелон менән көньяҡҡа табан оҙаттылар. Львов һәм Перемышляны ҡалаларын үтеп, Сандомир плацдармында нығындыҡ.

1945 йылдың ғинуарында Висла-Одер операцияһы башланды. Һәм беҙ Польша территоияһын тулыһанса фашистарҙан азат иттек. Унан Германия еренә аяҡ баҫтыҡ. 27 ғинуарҙа Одер йылғаһы аша сығып, утлы позиция биләнек һәм ныҡлап оборонаға күстек.

146-сы минометсылар полкында беҙҙең райондан күп кенә яҡташтар булды. Мәҫәлән, Әбештән отделение командиры, разведчик Шәйхетдин Үзбәков. Ул Псков ҡалаһы эргәһендә һуғышта батырҙарса һәләк булды.  Ул беҙҙең полкта иң тәүгеләрҙән булып “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланды. Шулай уҡ Бәләкәй Әбештән расчет командиры Ғүмәр Юнысов, Вәзәмдән элемтәсе Ғөбәйҙулла Мусин (яраланлы), Аҡъярҙан тоҫҡаусы Әбделмән Баҡтыбаев һәм башҡалар... Һуғыштың үҙем күргән өс йылын ентекле һөйләп бөтөрөү мөмкин дә түгел. Бик күп ир-егеттәребеҙ ғәзиз баштарын һалды. Әммә беҙ еңдек, дошманды үҙ ояһында дөмөктөрҙөк,--тип яҙа Х.Р.Ишемғолов хәтирәләрендә.

“Подвиг народа” сайтында ҡарт ҡартатайым Ғүмәр Юнысовтың “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән наградланыуы хаҡында былай тиелә: “146-сы минометсылар полкы 3-сө батареяһының миномет командиры Ғүмәр Ғәббәс улы Юнысов Гайдас ауылы янында 1944 йылдың 11 октябрендә дошманға тиҙ һәм тура атып, 10 һалдатҡа тәғәйенләнгән 1 станоклы пулеметты юҡ итте”. Башҡа наградаларының да приказдары һаҡланған.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас та Ғүмәр Юнысов Карпат тауҙарында бандеровсыларға ҡаршы көрәшә. Тыуған ауылына 1947 йылда ғына ҡайтып инә. Тыныс тормошта колхозда бригадир, ферма мөдире булып эшләй. Зәйнәб ҡарт ҡартәсәйемә өйләнеп 8 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Шуларҙың береһе минең ҡартатайым Рәшит Ғүмәр улы Юнысов. Тап ул миңә ҡарт ҡартайымдың яу юлын һөйләне. Ҡарт ҡартайымдың батырлығы менән сикһеҙ ғорурланам. Ҡәһәрле һуғыш тамамланыуға 80 йыл үтһә лә Совет һалдаттарының ҡыйыулығын, батырлығын онотмайбыҙ.

Алина Хәмәтгәрәйева.

 

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас