

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға ҡәҙәр уларҙың ғаиләһе Карелияның баш ҡалаһы Петрозаводскиҙа йәшәй. Урындағы власть вәкилдәре биләмәһендә йәшәүселәрҙе фронт һыҙығынан ваҡытынан алда эвакуациялап өлгөрмәй. Шуға ла күптәр фин концлагерҙарына барып эләгә. Идия Степановнаның 8 кешенән торған ҙур ғаиләһен бер концлагерҙан икенсеһенә күсереп йөрөтәләр. Бер мәл уларҙы айыралар һәм 17 йәшлек апайын, 18 йәшлек ағайын икенсе ергә ебәрәләр, ә бәләкәстәр ата-әсәләре менән икенсе урында ҡала. Аслыҡ ныҡ халыҡты ҡыра, шуға ла бәләкәстәрҙең иҫән ҡалыуына күптәр шикләнә. Улар эләккән Заонежье ере бөтә яҡтан да тимер сымдар менән уратып алған була. Бер өйҙә бер нисә ғаилә көн күрә. Балалар ҙа өлкәндәр менән бер рәттән урман ҡырҡыуҙа, ағас тейәүҙә, ауыл хужалығы эштәренә йәлеп ителә.
-Һуғыштан һуң атай-әсәйҙән беҙ нисек тотҡонлоҡтан имен ҡотолдоҡ?—тип һораһаҡ, атайым йөҙөн бора, әсәйем күҙ йәштәрен тыя алмай түгелеп илай торғайны. Ә тотҡондо булыуыбыҙҙы мин өлкән апай, ағайымдан белдем. Тик был хаҡта берәүгә лә әйтмәнек, сөнки ул ваҡытта тотҡонда булғандар халыҡ дошманы иҫәпләнә ине,--тип хәтерләй ауыр мәлдәрен Идия Степановна Йомағужина.