Уның ғаиләһе сығышы менән Белоруссияның Бараново ауылынан. Минск ҡалаһын һәм уның эргә-тирәһен фашистар һуғыш башланғас 5 көндән үк баҫып ала. 1944 йылда фашист илбаҫарҙарынан тыуған ерҙәре азат ителгәнсе, ерле халыҡ немецтарҙың иҙеүе аҫтында көн күрә. Уның әсәһен 4 балаһы менән поезға тейәп Германияның Пренцлау ҡалаһына оҙаталар. Пункттарҙа уларҙы хәлле немецтар ҡаршы алып, үҙҙәренә эшсе ҡулдар эҙләй. Ваня һәм Степан Усикка бер бай немец ҡаныға. Балалар әсәһенең итәгенә йәбешкәс, немец башҡалары өсөн дә аҡса түләп, тотош ғаиләне һатып ала. Уның ат һарайында 200ҙән ашыу пленға эләккән кешеләр эшләй. Йүнләп ашатмайҙар, саҡ ҡына ҡырын баҫһалар ныҡ итеп туҡмайҙар. -Әсәйем менән Надя апайым картуф ҡаҙыуҙа булыша. Ул ваҡытта мин әсәйемдең ҡарынында булғанмын,--тип һөйләй Екатерина Степановна, күҙ йәштәре аша.-Йөклөлөгөн белгәс, әсәйемде аш-һыу әҙерләүгә сығаралар. Ауыр-ауыр бактар күтәргәс, алдан тулғаҡ тотоп ауырып киткән. Шул хәлдә уны ат һарайына алып барып ырғыталар. Етлекмәй генә шуда донъяға килгәнмен. Шуға ла мин бәләкәй генә генәмен, ҡалған туғандарым кәүҙәгә мыҡты.
Әсәһенең һөтө булмағас, уны плендағылар үҙҙәренән тамаҡтарын арттырып ашатҡан. Шунан бәләкәсте Германияла тыуҙы тип әсәһенә бирмәй талашҡандар. Тартышҡан мәлдә күҙәтеүсе ҡатын уны ҡулынан төшөрөп ебәрә һәм ҡыҙҙың һул яҡ янбашын имгәтә. Шуға ла ул 5 йәшенә ҡәҙәр атламай. Зәғифләнеүен күргәс ҡатын, был баланан кеше сыҡмаҫ тип, көсләшеүен ҡуя. 1945 йылда совет ғәскәрҙәре Пренцлауға ниһайәт, барып етә. Самолеттар һәм танктарҙы күргәс плендағылар бөтә ҡапҡаларҙы емереп, уларға ҡаршы сыға. Һалдаттар уларҙы ашата, тәмлекәстәр бирә. Оҙаҡ йылдар Усиктар ул тәмлекәстәрҙең тәмен онотмай иҫкә ала. Улар пехотаныҡылрға ҡушылып китә. Әсәйҙәре һалдаттарға аш-һыу бешерә. Армия туҡымаһынан кейем тегеп кейәләр, бөтәһенә лә ботинка бирәләр. Улар менән Усиктар ғаиләһе Минскиға ҡәҙәр килә. НКД ныҡлап тикшергәндән һуң уларҙы ауылдарына ҡайтара. Әсәйҙәренә уларҙың Украина, Белоруссия фронттары составында хеҙмәт итеүҙәре, полк балалары булыуҙары хаҡында документ бирәләр. Әммә әсәйҙәре был ҡағыҙҙы юғалта. Ауылдарын фашистар ер менән тигеҙләп киткән була. Ҡоро-һары ботаҡтарҙан, һаламдан ҡыуыш ҡороп йәшәйҙәр. Әсәйҙәре кешеләргә кейем тегеп балаларын туйындыра.
Усиктар ғаиләһе 1954 йылда Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһына күсеп килә. Башта өлкән ағайы Степан нефть ятҡылығында эш барлығын белеп ҡалып үҙе генә килә, артабан барыһын да саҡырып ала. Екатерина Степановна тегенсе һөнәрен үҙләштереп, 1969 йылда Сибайға йүнәлтмә буйынса килә. Тегеү фабрикаһында тегенсе, контролер, бригадир, мастер, техник контроль бүлеге начальнигы булып эшләй.